Үҙебеҙҙә эшкәртеү отошлораҡ09.06.2015
Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Ямал —Волга буйы” магистраль продукттар үткәргесен төҙөү проектын тормошҡа ашырыуға әҙерлек мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич үткәргән сарала Татарстан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Миңлеханов, Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Кобылкин, Рәсәйҙең энергетика министры урынбаҫары Кирилл Молодцов, илдең файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һәм эшкәртеү компаниялары вәкилдәре, “Ямал — Волга буйы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте консорциумы етәкселеге ҡатнашты. Кәңәшмәлә проекттың әлеге статусы, шулай уҡ уны артабан тормошҡа ашырыуҙың мөмкинлектәре тикшерелде.
Дөйөм алғанда, проектта ҡатнашҡан төбәктәрҙең етәкселәре Волга буйы федераль округында сеймалды күләмле эшкәртеүҙең дәүләт өсөн мөһим тармаҡ-ара бурыстарҙың береһе булып тороуын билдәләне. “Ямал — Волга буйы” магистраль продукттар үткәргесен төҙөү проекты әлегә файҙаланылмаған сеймалды үҙләштереүгә йүнәлтелә.