Ауыл ҡотон һаҡлайҙар09.06.2015
Ауыл ҡотон һаҡлайҙар Республикала, ҡошсолоҡ күптән үҫешкән тармаҡ булһа ла, ҡаҙ үрсетеү менән һирәктәр генә шөғөлләнә ине. Һуңғы биш-алты йылда был килемле, әммә мәшәҡәтле эшкә тотонорға баҙнат иткәндәр артты. Ни генә тимә, ҡаҙ – талымһыҙ ҡош: ауырыуға ла, һыуыҡҡа ла әллә ни бирешмәй. Тик уны үрсетеү эшен ойоштороуы еңел түгел.


Бүздәк районында был йәһәттән өлгө алырлыҡ хужалыҡ бар. Уға 2005 йылда нигеҙ һалынған. Марат Ҡотошев биш мең баш ҡаҙҙы бөгөнгәсә икеләтә арттырған.
2010 йылда ул Бүздәк инкубаторын һатып ала. Тәүге йылдарҙа 100 мең себеш баҫтырып сығарһалар, быйыл 300 мең бәпкә алғандар.
– Ҡаҙ үрсетеүҙе район хакимиәте тәҡдим иткәйне, – тип һөйләй Марат Рифҡәт улы. – Тап шул йылдарҙа буш торған ауыл хужалығы биналарын үҙләштереү буйынса республика программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Ташлыкүл ауылы эргәһендәге элекке мал фермаһын тәҡдим иттеләр. Эргәлә генә бәләкәй быуа ла бар. Ҡоштарҙы аҙыҡ менән тәьмин итер өсөн 130 гектар ер алдыҡ. Әле ойошмала 28 кеше иҫәпләнә. Хеҙмәт хаҡы – уртаса 20 мең һум.
Бәпкә ҡараусы Гөлнара Бикмырҙина бында алты йыл эшләй.
– Эшемде яратам. Бәпкәләрҙе бала һымаҡ ҡарап үҫтерәбеҙ. Уларға уңайлы шарттар булдырабыҙ. Комплексҡа ремонт үткәрелде. “Йылы иҙән” системаһы ҡуйылды. Шуға ла бәпкәләр ныҡ булып үҫә, – ти ул.
Эшенә яуаплы ҡараған хужалыҡтың даны республиканан ситтә лә таралған. Уларҙан бер тапҡыр бәпкә алғандар йәнә мөрәжәғәт итә. Хужалыҡ етәксеһенең телефоны тынмай, алдан заказ биреп, Ҡаҙағстан, Омск, Алтай, Татарстан, Силәбе тарафтарынан да себеш алырға килгәндәр бихисап.
Киләсәктә Марат Ҡотошев продукцияны тәрән эшкәртеү циклына күсергә хыяллана. Ыҫланған, туңдырылған ҡаҙ етештереп һатыу менән шөғөлләнергә уйлай фермер.





Вернуться назад