Көн бер аҙ болоҡһоп, ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, һабантуйға халыҡ бик күп йыйылды. Район хеҙмәтсәндәренең байрам шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов килде.Красноусол ауылынан йыраҡ түгел урман ситендәге аҡланда уҙҙы һабантуй. Уның тантаналы өлөшө алдынан сәхнәлә Еҙем-Ҡаран, Табын, Яңғыҙҡайын, Аҡкүл, Үтәк ауыл мәҙәниәт йорттары, район мәҙәниәт һарайы һәүәҫкәрҙәре сығыш яһаны. Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң “Асанай” халыҡ ансамбле сығышы иһә һабантуйҙың бер биҙәге булды. Думбыра сиртеп, дөңгөр ҡағып, ҡурай тартып, таҡмаҡ әйтеп, бейеп, йырлап та күрһәтте улар.
Бына, байрам башланасағын белдереп, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт гимндары яңғырай. Һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы “Ағиҙел” йәмғиәте етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Тимерйән Кинйәбаев менән “Урожай” крәҫтиән хужалығының алдынғы механизаторы Айтнур Вәлиевкә ышанып тапшырыла.
– Көн тура килмәне, ямғыр яуа, әммә кәйефтәр барыбер һәйбәт, сөнки майҙа яуын ҡамасаулаһа ла, яҙғы баҫыу эштәрен үҙ ваҡытында тиерлек тамамланыҡ. Һәйбәт һөҙөмтәгә, һәйбәт уңышҡа өмөт итәбеҙ, — тине Рөстәм Зәки улы. — Ғафури – матур, ҡыҙыҡлы, билдәле район, көслө һәм ныҡлы кешеләрҙең тыуған төйәге. Тарихы бик бай, тәбиғәте иҫ киткес матур. Быларҙың барыһы ла уны “ышаныслы район” тип ике һүҙ менән баһаларға мөмкинлек бирә. Был ышаныслылыҡ артабан да Ғафуриҙың төп һыҙаты булып ҡалһын тип теләйем һәм шулай булырына ышанам.
Республика етәксеһе хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә дәүләт наградалары тапшырҙы. “Сатурн” крәҫтиән хужалығы етәксеһе урынбаҫары Марат Рәхмәтуллин — “Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе, “Урожай” йәмғиәте механизаторы Айтнур Вәлиев Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, Ғафури район ветеринария станцияһы начальнигы Фаил Зәйнетдиновҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, Балалар ижады үҙәге директоры Ирина Шаульскаяға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Рөстәм Зәки улы хеҙмәт алдынғылары менән әңгәмәләшеп алырға ла өлгөрҙө.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров хужалыҡтарҙың социаль-иҡтисади хәленә байҡау яһаны, яҙғы баҫыу эштәре хаҡында һөйләне. Ҡаҙаныштар күп. Мәҫәлән, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса Ғафури районы республикала иң ҡеүәтле өсәү иҫәбенә инә. Малсылыҡ тармағы ла үҫешә. Һыйыр малдары, йылҡы тотороҡло арта, һарыҡсылыҡ тергеҙелә, быға шәхси хужалыҡтар ҙа ҙур өлөш индерә. Умартасылыҡ тармағында ла ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Һуңғы йылдарҙа ғәҙәти булмаған тармаҡтарға ла иғтибар бирелә. Игенйылға ауылында дөйәғоштар фермаһының уңышлы эшләп алып китеүе, Үтәктә аҡ төлкө үрсетә башлауҙары — быға асыҡ миҫал.
Тантаналы өлөш тамамланғандан һуң төрлө спорт ярыштары, халыҡ уйындары башланып китте. Болон буйлап теҙелеп киткән тирмәләрҙә халыҡ байрам итте, күңел асты. Рөстәм Хәмитов милли көрәште, ат сабышын, халыҡ уйындарын ҡыҙыҡһынып ҡараны. Милли көрәштә Уҫман ауылы егете Фирүз Фәхриев абсолют еңеүсе булып, иңенә тәкә һалды. Ат сабышында “Ағиҙел”, “Урожай” хужалыҡтары дөлдөлдәре алдынғылыҡты бирмәне.
Ғөмүмән, сәсеү тамамланғандан һуң ауыл эшсәндәре бер аҙ күңел асып, ял итеп ҡалды. Тик был оҙаҡҡа түгел: районда мал аҙығы әҙерләү башланып тора – “Урожай” йәмғиәте бесәнгә төштө, сенаж һалыуға ла тотондолар.