Суртанға ниндәй ҡармаҡ кәрәк?09.06.2015
 Суртанға ниндәй ҡармаҡ кәрәк? Горизонталь буйынса: 1. Фотоны ҡара. 6. Суртан ҡармағы. 7. Аҙаҡ йомшаған ерен һыҙырып алыу өсөн һыуға батырылған йүкә ҡабығы. 10. Итальян бәлеше. 11. Ейән йәки ейәнсәрҙең балалары. 14. Төньяҡтағы диңгеҙҙәр балығы. 16. Ҡорт бал йыйған ҡыуышлы ҡарағай йәки ҡайын. 17. Эре ептән бәрхәткә оҡшатып һуғылған туҡыма. 18. Витринаға ҡуйылған пластик һын. 20. Сөсө һыуҙа йәшәгән аҡһыл төҫтәге эре йыртҡыс балыҡ. 22. Ылыҫын ҡоя торған һағыҙлы ағас. 24. Янмай торған тау етене. 27. “Ҡыҙыл китап”ҡа ингәндәрҙе һаҡлау өсөн ҡалдырылған тәбиғи майҙан. 30. Ағайҙың ҡатыны. 31. Йәйге эшләпә лә, каналлы дәүләт тә. 33. Ҡамырлы аш. 34. Балыҡсының “һәнәге”. 35. Ғәскәрҙең авангарды. 36. “Камуфляжлы” йыртҡыс балыҡ. 37. “Йоҡлата торған” дәрес.
Вертикаль буйынса: 1. Рәсәйҙең автономиялы округындағы милләт. 2. Франция автомобиле. 3. Рәсәй авиаконструкторы. 4. Ялпаҡ сүл балығы. 5. Мисәүләп егелгән күп урынлы карета. 8. Эҫене яратмаған йыртҡыс балыҡ. 9. Камиллаштырылған йәйә. 12. Был ҡош аҫтан осһа, ямғыр булыр. 13. Төҙөүсенең горизонталь сығара торған тигеҙләүесе. 15. Дөрөҫ булмаған хәбәр. 19. Саян йондоҙлоғондағы иң яҡты йондоҙ. 21. Диуар нимә ул? 23. Тамаҡ шешеүе. 24. Ярма. 25. Саңғысы юлы. 26. “Ҡояш апай” исемле файҙалы бөжәк. 28. Борондан һаҡланып ҡалған балыҡ йәки ағас. 29. Бишенсе быуын туған. 32. Термометрҙағы старт. 34. Ҡиммәтле йыртҡыс балыҡ.
Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.



Вернуться назад