Күп нәмә ҡалҡыуысҡа бәйле09.06.2015
Күп нәмә ҡалҡыуысҡа бәйле Балыҡты ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тотоу — мауыҡтырғыс шөғөлдәрҙең береһе.

Ҡалҡыуысты ҡармаҡ ебенә төрлөсә нығытып ҡуйырға мөмкин. Балыҡты яр буйында йәки унан 10 метр тирәһе йыраҡта тороп тотҡанда был ҡулайлама епкә ныҡлап беркетелергә тейеш. Ә инде табышты алыҫтан эләктерергә яратҡандар ҡалҡыуысты шыуып йөрөмәҫлек итеп ҡуйырға тейеш. Бының өсөн тәүҙә тәрәнлекте үлсәп, үҙгәртмәле резина ҡуйыу зарур. Һөҙөмтәлә ҡармаҡты һыуға ырғытҡас та, ҡалҡыуыс үҙ урынына ҡайта.
Был ҡулайламаны нисек табырға һуң? Шундуҡ магазинға йә баҙарға йүгерергә ашыҡмайынса, үҙеңә эшләп ҡарарға кәрәк. Бының өсөн иң ҡулайы – бөкө, ағас ҡабығы, ҡоро ҡамыш, ҡауырһын. Пластмассанан эшләнгәндәре лә ярай. Ҡалҡы­уыстың кәмендә яртыһы һыу эсенә инеп торорға тейеш. Батырғысты ла ошо иҫәптән сығып ҡу­йырға кәрәк. Уны ҡармаҡ ебенә бер йәки ике урындан нығытыу мөһим. Материалына ҡарап, төрлө фигуралыһын эшләргә мөмкин. Балыҡты ниндәй һыуҙа тотаһың, ҡайһы төргә өҫтөнлөк бирәһең, ептең ниндәйен һайлайһың — быларҙың барыһы ла ҡалҡыуысҡа туранан-тура бәйле.
Хәҙер балыҡ тотоу спорты үҫеш алды. Унда та­быштың күплеге маҡсат итеп ҡуйылмай, ә оҫта­лыҡҡа, сослоҡҡа, һөнәреңдә камиллашыуға өҫтөнлөк бирелә. Республикала йыл һайын балыҡты ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тотоу чемпионаты үткәрелә.


Вернуться назад