Йәш булып ҡалам тиһәң…09.06.2015
Барыбыҙға ла мәғлүм: балыҡтың кеше организмына файҙаһы күп. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт бирмәксемен.

Был аҙыҡты берәүҙәр ҡыҙҙырылған, икенселәр һыуҙа бешерелгән көйөнсә яра­та. Балыҡтағы кальций һәм фосфор һө­йәкте нығыта, калий организмдан артыҡ тоҙҙо сығара, мускулдарҙың эшенә бу­лышлыҡ итә. Ябай фтор иһә тештең эмален нығыта. Балыҡта шулай уҡ “Омега-3” һәм “Омега-6” тигән май кислоталары бар. Улар баш мейеһенең эшмәкәрлеген көй­ләй, организмдың ҡартайыуын яйлата, тамырҙарҙан “насар” холестеринды сыға­ра. Балыҡ менән туҡланған кешенең ти­реһе йомшаҡ, шыма була, күҙе һәйбәт күрә, сәсе иртә ҡойолмай. Өҫтәүенә А, В, Е, Д витаминдарына бай аҙыҡ нервы күҙәнәктәрен нығыта. Йөрәк сире менән йонсоған кешегә аҙнаһына ике-өс тапҡыр һыуҙа бешерелгән балыҡ ашарға кәрәк – итендә магний күп.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарын­да аҙна һайын “балыҡ көнө” була торғайны. Ә хәҙер был “еңел” аҙыҡ­ты, әйткәнемсә, күберәк ашар­ға тәҡдим итәләр. Төп сә­бәп­тәрҙең береһе – унда калория аҙ. Мәҫәлән, көн һайын диң­геҙ аҙығы менән туҡланған япондар 100 йәште үткән кеше­ләр һаны буйынса донъяла беренсе урынды биләй. Балыҡтағы аҡһым һәм май йәнлек итенекенә ҡарағанда тиҙерәк үҙләштерелә. Был аҙыҡ 50 йәштән үткән кешеләр өсөн айырыуса файҙалы. Ул саманан тыш һимереүҙән һаҡлай, организмды йод менән тәьмин итә. Урыҫ яҙыусыһы Ан­тон Чехов, табип булараҡ, балыҡ тотоуҙы көндәлек мәшәҡәттән арыныу тип атаған. Был шөғөлгә бәйле яҙмалары бихисап.


Вернуться назад