Ниндәйҙәр хәүефле?09.06.2015
Ниндәйҙәр хәүефле? Йыланбаш

Уны беренсе тапҡыр Рәсәйҙә, Ҡытайҙа һәм Кореяла тап иткәндәр. Алыҫ Көнсығыш, шул иҫәптән Приморье крайы йылғаларында үрсей. Ғәҙәттә, үҫемлекле йылы һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Юлында осраған барлыҡ тере затты ашай.
Йыланбаштың оҙонлоғо бер метр самаһы, ауырлығы ун килограмға ҡәҙәр (хатта 30-ға еткәне лә булған). Һыуһыҙ биш көн йәшәй ала. Ҡороған ятҡылыҡтарҙа ләмгә күмелә лә ямғыр яуғанын көтөп ята. Ерҙән һыуға шыуышып бара ала.

Ванделлия

Ниндәйҙәр хәүефле?Был балыҡты кандиру тип тә атайҙар. Ул Амазонияның һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Бә­ләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, плане­талағы иң ҡурҡыныс балыҡтарҙың береһе иҫәпләнә. Оҙонлоғо – 2,5 сантиметр, ҡалынлығы – 3,5 миллиметр. Кеше өсөн бәләһе шунда: уны ҡан менән һейҙек магнит һымаҡ үҙенә тарта, шуға енси ағзаларға инеүе ихтимал. Башҡа балыҡтарҙың айғолағына кереп, ҡанын эсә. Шуға ванделлияны “Бразилия вампиры” тип тә йөрөтәләр.



Ҡылыс балыҡ

Ниндәйҙәр хәүефле?Уртаса оҙонлоғо – алты метр, ауырлығы – ярты тонна. Ифрат етеҙ. Йөҙөү тиҙлеген көслө дауылдыҡы менән сағыштырырға мөмкин: сәғәтенә 130 саҡрым. Өҫкө яңағында ҡылысҡа оҡшаған һөйәк үҫкән, тап шуныһы ҡурҡыныс тыуҙыра.


Вернуться назад