Юрист кәңәштәре17.02.2012
Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Ваҡытығыҙ үткән

— Һаумыһығыҙ! Музыкаль үҙәк һатып алғайным. Әммә ул мине ҡәнәғәтләндермәй һәм оҡшамай. Алыуыма ике ай ваҡыт үтте, бер йыллыҡ гарантияһы бар. Музыкаль үҙәктең бер ере лә ватылмаған, шулай ҙа ул үҙемә оҡшамаған өсөн генә уны алмаштыра йәки аҡсаны кире талап итә аламмы? Һәм тағы шуныһы: мин уны кредитҡа алғайным, әле һаман түләйем. Был осраҡта кем аҡсаны ҡайтарып бирергә тейеш?
Елена, Өфө ҡалаһы.


— Һаумыһығыҙ! Үкенескә ҡаршы, һеҙ алмаштырыу ваҡытын үткәреп ебәргәнһегеҙ. Ҡануниәт буйынса, тауарҙы һатып алғандан һуң 14 көн эсендә уны кире ҡайтара алаһығыҙ. Быны тауар һеҙгә оҡшамаған йәки ул һеҙгә кәрәкмәгән осраҡта эшләргә була. Ике аҙна үтеп китһә, тауарҙы алмаштырыу йәки уның өсөн аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн сәбәп кәрәк. Мәҫәлән, музыкаль үҙәктә һеҙгә быға тиклем билдәһеҙ булған производство ваҡытындағы етешһеҙлектәр асыҡланған осраҡта ғына алмаштыра алаһығыҙ. Тауарҙы кредитҡа алыуығыҙ бер ниндәй ҙә роль уйнамай, сөнки уны кире ҡайтарып биргән саҡта һеҙ кредит килешеүен дә туҡтатаһығыҙ һәм быға тиклем түләгән аҡсағыҙ кире бирелә.

Ер мәсьәләһендә һаҡ булығыҙ

— Беҙ ауылда фермер хужалығы төҙөргә теләйбеҙ. Бының өсөн бер йыл элек биш-ете кеше сабынлыҡҡа тип биш йылға ҡуртымға ер алырға ҡарар иттек. Документтарҙы рәсмиләштерҙек, уға беҙ һәм ауыл хакимиәте башлығы ҡул ҡуйҙы. Аукцион көтөргә ҡуштылар, гәзиттә был хаҡта мәғлүмәт булды, һәм ике ай эсендә аукцион үтергә тейеш ине. Әммә ошоғаса бер нимә лә билдәле түгел, аукцион да булманы. Хәҙер ер ҙә юҡ, уның өсөн алдан түләгән аҡса ла юҡ, документтар ҙа кире килмәне. Нимә эшләргә икән?
Фәнис, Хәйбулла районы.


— Бик буталсыҡ һорау. Рәсәйҙең Ер кодексына ярашлы, ер участкаһын файҙаланыуға тапшырыу өсөн ул участка урынлашҡан дәүләт органы әлеге ерҙе ысын мәғәнәһендә рәсмиләштерергә тейеш. Тимәк, ер участкаһына бөтә документтарҙы әҙерләргә, үҙ иҫәбенә уның сиктәрен билдәләргә бурыслы. Тик ошо эштәрҙе башҡарғандан һуң ғына дәүләт органы участканы сауҙалашыуға сығара ала.
Матбуғатта баҫылған яҙмала ер участкаһы тураһында түбәндәге мәғлүмәттәр булырға тейеш: уның адресы, майҙаны, тәғәйенләнеше һәм башҡалар. Шулай уҡ унда сауҙалашыу үтәсәк ваҡыт һәм урын да билдәләнергә тейеш. Әгәр иғланда күрһәтелгән ваҡытта һәм урында һеҙ булып та, бер ниндәй ҙә һатыуҙар үтмәһә, ҡыйыу рәүештә прокуратураға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Улар һеҙҙең ғаризала яҙылған барлыҡ факттарҙы ла тикшерергә бурыслы.
Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексына ярашлы, дәүләт органы барлыҡ сығымдарҙы ла ҡапларға бурыслы. Ошондай талап менән судҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Тик унда сығымдарығыҙҙы документтар менән дәлилләргә кәрәк буласаҡ.


Вернуться назад