Итек эсендәге шамбы09.06.2015
Мәғлүм булыуынса, балыҡсыларҙың күпселеге – ир-ат. Ҡатын-ҡыҙ араһында ла был шөғөлдө үҙ иткәндәр бар. Мин үҙемде шундай һәүәҫкәрҙәр иҫәбенә индерәм. Балыҡ тотҡанда ҡыҙыҡлы, мажаралы хәлдәргә осрап ҡуяһың.
Илле йыл элек, III класты тамамлаған осорҙа булды был ваҡиға. Беҙ, бала-саға, Дим буйында балыҡ ҡармаҡлайбыҙ. Мин тубыҡтан һыу кисеп торам. Был урында иҫке резина итек ятҡан, шуның өҫтөнә баҫып торам. Шул саҡ мине йыға яҙып, итектең эсенән балыҡ сығып ҡасты. Минән биш йәшкә өлкән Фәнис ағай эргәмдә ҡармаҡ һала ине. Ул итекте йылғаға кире һалырға ҡушты. “Әле сығып ҡасҡан балыҡ – шамбы. Ул һалҡын урын эҙләп килгән. Иртәгә уны үҙем килеп тотам”, – тине.
Ә мин, бәләкәйлегемә ҡарамаҫтан, ҡыйыу булғанмындыр инде. Әсәйемдән һыйыр һауырға торған мәлдә үк уятыуын һораным. Һөҙөмтәлә иртүк йылға буйына йүгереп барҙым да теге итекте һөйрәп сығарҙым. Ә уның эсендә шамбы тыпырсына. Итекте тоттом да өйгә табан йүгерҙем. Ҡаршыма Фәнис ағай тап булды. Уның шул ваҡыттағы ҡарашы әле лә күҙ алдымда...
Ҡайтҡас, балыҡты таҙартып, тоҙ һибеп, тәрилкә менән ҡаплап ҡуйҙым. Ләкин табышым миңә эләкмәне – бесәй алданыраҡ өлгөрҙө. “Тамаҡҡа яҙған ризыҡ теш һындырып инә”, “Яҙмаған ризыҡ ауыҙҙан кире сығыр” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул. Был ваҡиға миңә ғүмерлек һабаҡ бирҙе.