Кәңәшемде тотһаң…09.06.2015
lОҙонморон ҡарышлауығын эҙләп ваҡыт үткәрмәйем тиһәгеҙ, йүкәнән эшләнгән септәне төнгөлөккә һыуға һалып ҡуйығыҙ. Уның өҫтө иртәнсәккә һеҙгә кәрәкле бөжәк менән тулы булыр.
lАтмосфера баҫымы түбәнәйһә, балыҡ өҫкә сыға, кире осраҡта аҫҡа төшә.
lСелбәрәне ике-өс ай һаҡлайым тиһәң, уларҙың 30 – 40-ын бергә өс литрлыҡ банкаға һалып, һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк. Ашатырға ярамай, йомарланған ҡар ҙа етә.
lАҡ төҫтәге таштарҙы ҡалҡыуысыңа ҡарай ырғытып торһаң, балыҡ яҡшы эләгер.
lСеләүсенде ҡалай һауытта һаҡламағыҙ – тимер тәме һеңә.
lЕм өсөн ҡамырҙы һыуҙа түгел, ә һөттә иҙергә кәрәк.
lҠатнаш аҙыҡтан әҙерләнгән емгә әнис ҡушырға онотмағыҙ.
lКеше йылына 20 килограмм балыҡ ашарға тейеш. Уның составында, башҡа витаминдарҙан тыш, организмға кәрәкле тимер күп.