Табыш килтерер галстуклы ҡош09.06.2015
Табыш килтерер  галстуклы ҡош Ыласын менән һунарға йөрөү күптәргә таныш, ә бына һыу ҡошо баклан ярҙамында балыҡ тотоу онотолған. Бөгөн был алым иҡтисади әһәмиәтен юғалтҡан, туристарҙың күңелен асыу өсөн генә файҙаланыла.

Өйрәтелгән бакландар менән балыҡ тотоу Японияла, Ҡытайҙа беҙҙең эраға тиклемге 960 йылдан билдәле. Ҡош табышын йотмаһын өсөн уның муйынына махсус галстук бәйләйҙәр. Ни өсөн тигәндә, бакланды был ғәҙәтенән биҙҙереү мөмкин түгел. Галстук уға ваҡ табышты йоторға ҡамасауламай, ә эреһе эләкһә, балыҡсы ҡошто тиҙ генә кәмәгә тартып ала.
Табыш килтерер  галстуклы ҡошЯпон һәм ҡытай аусылары төрлө бакландарҙы өйрәтә. Америка йыланмуйынын да ошо маҡсатта файҙаланғандар бар. Японияла баклан табышын күрһен өсөн һыу ятҡылығын фонарҙар менән яҡтырталар. Был илдә әле ошондай алым ярҙамында балыҡ тотҡан алты ғына кеше бар, улар шөғөлө серҙәрен балаларына өйрәтә.
Бөйөк Британияла берәү дүрт баклан менән 1848 йылда ике көндә 45 эре бағыр, киләһе йылдың бер айы эсендә 1 200 балыҡ тотҡан.


Вернуться назад