Ал таңда кил һыу буйына – көмөш сабаҡ көтә унда!09.06.2015
Ал таңда кил һыу буйына –  көмөш сабаҡ көтә унда! Ҡара күҙле, ҡыҙыл йә алһыу ҡанатлы, көмөш төҫөндәге ҙур булмаған сабаҡ һәр кемгә таныштыр, моғайын. Тик уны ҡыҙылғанат менән бутарға ярамай.


Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарында сабаҡтың төрлө ҙурлыҡтағыһы осрай. Был балыҡ таҙа, йылы һыу ярата. Төп аҙыҡтарының береһе – ылымыҡ, шулай уҡ һыу төбөндәге ҡарышлауыҡтарҙан да баш тартмай. Яратҡан урыны – томбойоҡло йылға-күлдәге япраҡ аҫты. Эҫе көндәрҙә ағас күләгәһендә, яр буйҙарында ем эҙләүсән.
Сабаҡ таңда айырыуса яҡшы эләгә, болотло мәлдәрҙә көнө буйы сиртә. Уны тотоу өсөн алынған ҡармаҡ сыбығы ныҡ йыуан булырға тейеш түгел, ебенең ҡалынлығы 0,09-0,10 миллиметрҙан артмаһын. Ҡалҡыуыстың бер грамға тиклемгеһен һайларға кәңәш ителә. Ырғаҡтың иһә 18 – 22-се номерлыларын һайлау отошло.
Табыш артынан килгән урынды яҡшы итеп емләргә кәрәк. Ашауға талымһыҙ сабаҡҡа ебетелгән икмәк валсығы, һоло, кукуруз ярмалары, көнбағыш — барыһы ла бара. Яҙғыһын ул тиреҫ селәүсенен, ҡыҙыл ҡортто, ҡабыҡ ҡуңыҙҙары ҡарышлауыҡтарын ашарға ярата. Ә йәй сиңерткәгә, йорт себендәренә ихлас ҡаба. Яҙғы ташҡын бөтөп барғанда сабаҡты айырыуса күп тоторға мөмкин. Тик иҫегеҙҙән сығармағыҙ: тап ошо осорҙа ыуылдырыҡ сәсеү башлана.
Ҡармаҡҡа эләккән сабаҡтарҙың бик һирәге эре була. Ғәҙәттә, 150 – 200 грамм ауырлыҡтағылары тотола. Был төр балыҡты эләктереү өсөн төбө ҡомло, ҡырсынлы, ташлы йылғаларҙы, шулай уҡ талғын аҡҡан йылғаларҙы, текә яр буйҙарын һайларға кәрәк. Сабаҡ шаршы аҫтындағы тымыҡ урындарҙа, ҡуйы ҡамышлы быуа-күлдә йыш осрай.
Был балыҡты онлап, үҫемлек майында тиреһе ҡыҙғылт төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға мөмкин. Тоҙлап киптерергә лә була. Бының өсөн яңы тотолған сабаҡты целлофан ҡапҡа һалып, тоҙ һибәһең, ҡайтҡас, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуяһың. Иртән һыу һалынған һауытҡа бушатаһың. Өҫкә ҡалҡып сыҡҡан балыҡты шундуҡ алып, киптерергә һалырға кәрәк.

Күпме тоторға була?

Башҡортостандың Тәбиғәттән фай­ҙаланыу һәм экология министр­лығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл май башында 2016 йылға кәсеп участкалары, ғилми-тикшеренеү учреждениелары һәм һәүәҫкәрҙәр өсөн балыҡ тотоуға квота ҡаралды. Суртан, һыла, ҡорман, йәйен, уҡбалыҡ кеүектәрҙең рөхсәт ителгән ауырлығы билдәләнде. Балыҡ то­тоуҙың киләһе йылға сикләнгән күләме – 283 тонна.


Вернуться назад