Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы республикабыҙ, илебеҙ өсөн тәрән белемле, заманса уҡытыу алымдарын һәм технологияларҙы оҫта ҡулланған белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.Уның 2011 йылда барлыҡҡа килгән педагогика һәм психология факультетына педагогия фәндәре кандидаты, доцент, Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Лилиә Бакир ҡыҙы Абдуллина етәкселек итә.
Факультеттың үҙенсәлеге шунда: ул 2003 йылда асылған “Педагогика һәм психология” специальносын да үҙ ҡанаты аҫтына алған. Әле ике йүнәлеш тә камил үҫешә, улар буйынса хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрмәндәр уҡытыла. Белем һәм тәрбиә биреүҙе федераль дәүләт стандарттарына тап килтереп ойошторорлоҡ белгестәр әҙерләүҙә Лилиә Абдуллина етәкселек иткән коллективтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Бында эшләгән ғалим-уҡытыусыларҙың юғары уҡыу йорто студенттары өсөн яҙылған хеҙмәттәре, дәреслектәре, методик әсбаптары, практик ҡулланмалары заман талаптарына яуап бирә.
Лилиә Бакир ҡыҙы декан вазифаһын биләгән осорҙа уҡыу-уҡытыу өлкәһендә байтаҡ ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшелгән. Факультетта ике йүнәлеш буйынса магистратура уңышлы эшләп килә. Быйыл бындағы тарихҡа иҫтәлекле ваҡиға яҙылды: “Башланғыс белем биреү” һәм “Педагогика һәм психология” йүнәлештәре буйынса магистранттарҙың тәүге сығарылышы булды.
2014/15 уҡыу йылында Лилиә Бакир ҡыҙының тырышлығы менән факультет ҡарамағында колледж асылды. Унда “Башланғыс белем биреү” специальносы буйынса уҡырға IX һәм XI класты тамамлаған йәштәрҙе ҡабул итәләр. Буласаҡ белгестәр ике төркөмдә белем ала. Лекция, семинар һәм практик дәрестәрҙе бай тәжрибәле юғары уҡыу йорто уҡытыусылары алып бара. Студенттар тейешле дәреслектәр, уҡытыу-методик әсбаптары менән тәьмин ителгән. Улар барлыҡ уңайлыҡтары булған дөйөм ятаҡта йәшәй.
Уҡытыусылар менән бер рәттән факультет студенттары йыл һайын республика, төбәк, Рәсәй кимәлендәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай. Быйыл ғына, мәҫәлән, улар фәнни эҙләнеүҙәргә туғыҙ грант отҡан.
Апрелдә, ғәҙәттәгесә, факультетта башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Фәнгә тәүге аҙым” исемле ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла. Һөҙөмтәлә быйыл был сараның республика кимәлендәгеһенә 200-гә яҡын эш ебәрелде, унда 100-ҙән ашыу бала ҡатнашты.
Факультет студенттары төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Улар “Студент яҙы” фестивале номинацияларында йыл һайын еңеү яулай, ә быйыл төп бүләккә лайыҡ булдылар. Хәстәрлекле етәксе факультеттың матди хәлен нығытыуға ла күп көс һала.
Лилиә Абдуллина Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында 1991 йылда эш башлай. 2004 йылда М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия университетында кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, педагогия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә була. Ул юғары уҡыу йортоноң төрлө баҫҡыстарын үтә: ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, кафедра мөдире, декан урынбаҫары, декан. Әле Лилиә Бакир ҡыҙы етәкселек иткән башланғыс белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы уңышлы эшләп килә.
Яуаплы бурыстар башҡарыуына ҡарамаҫтан, Лилиә Бакир ҡыҙы фән өлкәһендә лә әүҙемлек күрһәтә. Уның педагогика фәненең көнүҙәк мәсьәләләренә бағышланған ғилми хеҙмәттәре бихисап, уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға тәғәйенләнгән уҡыу-методик ҡулланмалары республика мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында киң файҙаланыла. Лилиә Бакир ҡыҙының тәҡдиме менән педагогика һәм психология факультетында өҫтәмә специальность биреү курстары асылған.
Оҫта етәксе йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Уның исеме ҡалала, республикала киң билдәле. Мәғариф өлкәһендә арыу-талыу белмәй илһамлы хеҙмәт иткән Лилиә Бакир ҡыҙы күптәргә өлгө булып тора. Ул етәкселек иткән педагогика һәм психология факультеты өлгәшелгән уңыштарҙа туҡталып ҡалмай, киләсәккә табан ышаныслы атлай.