Мохтаждарҙы “ҡыуандырҙы”...17.02.2012
— Ҡалабыҙҙа харап шәп кеше бар, Өлгөрбай ағай. Инде алтмышын уҙып, күптән пенсия ашаһа ла, тик ятыуҙы күҙ алдына ла килтермәй ул, — тинеләр миңә Ольга Иванова хаҡында Стәрлетамаҡта.
— Үҙе инвалид булһа ла, бөтә һаны теүәл кешеләрҙән күпкә өлгөр.
— Үҙе бигерәк баҫалҡы. Берәү булһа, шунса-шунса кешегә ярҙам иттем тип, күкрәк һуғып, ҡуҡырайып йөрөр ине. Ә ул — ләм-мим. Был турала берәйһенә ауыҙ асып һүҙ әйтһәсе. Ысын, саф күңелдән ҡылынған изгелек нәҡ шулай булырға тейеш, күрәһең.
Ольга Александровна был эшкә 2007 йылда тотона. Беҙҙә мөйөшһөҙ толланғандар ғүмер буйы донъя булды, фатирһыҙлыҡ елеккә үткән. Шуға ла ул көндәрҙең береһендә таныштарына:
— Ҡала хакимиәтендә бик шәп дуҫтарым эшләй. Сер итеп кенә әйтәм: унда икенсел торлаҡ тигән фонд бар. Ябай халыҡтың был хаҡта ишеткәне лә юҡ. Уның аша ташлама менән ап-арзанға фатир һатып алырға була, — тип хәбәр һала. — Кәрәк икән, ярҙам итә алам.
Изге хәбәр ауыҙҙан ауыҙға, ҡолаҡтан ҡолаҡҡа тиҙ тарала. Ярҙам итәм тип торғанда кемдең фатир алғыһы килмәһен инде! Хаҡы ла, баҙарҙыҡы менән сағыштырғанда, көлкө генә. Тиҙҙән Ольга Александровнаның ниәтен ишеткән ҡыҙ ишек шаҡый. Уны яҡын ҡан-ҡәрҙәшен күргәндәй яҡты йөҙ менән ҡаршылай ҡатын. Ярҙамға мохтаж ҡыҙҙың аһ-зарын ишеткәс, хатта күҙ йәштәрен һөртөп алды ул.
— Эй, Хоҙайым, беҙҙә кеше ҡайғыһы ғүмер баҡый төштән һуң булды, — тип хәсрәтен уртаҡлашты. Унан ҡыҙҙы тынысландырҙы: — Күгәрсенкәйем, күптән килһәң, әллә ҡасан уҡ фатирлы булыр инең дәһә. Ярай, Хоҙай насип итһә, үҙ мөйөшөңдә ултырыр көнөң килер әле. Саҡ ҡына көтөргә кәрәк инде...
Осһоҙ хаҡҡа фатир эләктереп ҡалырға теләүселәр ғәләмәт күп икән. Ҡайһылары алдағы көнөн уйлай. Бар өҫтөнә бар эсте тишәме ни! Кәрәк икән, мохтаждарҙы индереп, кинәнеп аҡса һуғырға мөмкин. Бер аҙҙан йәш ғаилә йүгереп килеп етә.
— Беҙҙең дә фатирлы булғы килә, — тиҙәр, күҙҙәрен мөлдөрәтеп. — Тик бына аҡса яғы самалыраҡ шул.
Ольга Александровна йәштәрҙе йылмайып тыңлап торҙо.
— Эй, балаҡайҙарым, аңлап торам хәлегеҙҙе, хәҙерге заманда беҙҙең кеүек кешеләрҙең ҡайҙан ҡутара аҡсаһы булһын, өлөшләп бирерһегеҙ, ләкин сабыр итергә тура килер.
Йәштәр ҡыуанып бөтә алманы. Ысынлап та, бигерәк һәйбәт икән был апай. Йөрәге тулы изгелек булыуы йөҙөнә сыҡҡан. Ана, ете ят кешеләр тимәй, нисек өлтөрәп тора. Хатта бер туғаның да ҡайһы ваҡыт ул тиклем өҙөлмәй әле. Ниндәй матур һөйләшә. Бер аяҡһыҙ, инвалид кеше лә ете-яттар өсөн шулай йүгереп йөрөр икән?! Уларҙың бығаса бындай ҙа мәҙәниәтле йәнде күргәне юҡ ине. Оло бәхеттән мәхрүм булғандар! Уйламағанда юлдарына шундай кешене сығарғаны өсөн Хоҙайға рәхмәт инде. Әтеү ни, фатирһыҙ тамам толландылар ҙа, алырҙар ине, кеҫәләре таҡырыраҡ, ә был апай, ана, аҡсаһы ҡасып бармай, тип тора. Һай, рәхмәт төшкөрө! Хоҙайым, уларға күрһәткән изгелеге өсөн үҙенә икеләтә, юҡ, юҡ, ул ғына аҙ, унлата ҡайтҡыры.
Ҡалала Ольга Александровнаның барлығы Шәриповтар ҡолағына ла төшә. Улар ҙа ашамай-эсмәй тигәндәй төйнәштергәнен тотоп килеп етә. Изге күңелле ханым матур һүҙен дә, йылы ҡарашын да йәлләмәй.
— Бер нәмә лә шунда уҡ булмай, саҡ ҡына көтөргә тура киләсәк, — тип күңелдәрен күрә.
— Ярай, ярай, күбенә түҙгәс, әҙенә генә түҙербеҙ инде. Әлдә генә һеҙ булдығыҙ, — тип ҡыуана-ҡыуана хушлаша Шәриповтар.
Бер ай үтә, ике ай, ярты йыл. Тик нишләптер фатир бик тиҙ килеп сыҡмай. Аптыраған хужалар йәнә Ольга Александровнаға килә. Ҡатын һәр ваҡыт уларҙы көләс йөҙ менән ҡаршы ала.
— Килдегеҙме, күгәрсенкәйҙәрем, әйҙүк, түрҙән үтегеҙ. Арып киткәнһегеҙҙер, әйҙә, тәүҙә сәй эсеп алайыҡ.
Унан изгелекле ханым тотҡарланыуҙың сәбәптәрен аңлата башлай.
— Эй, бер нәмә лә анһат ҡына булмай, саҡ ҡына көтөргә тура киләсәк.
Сәбәптәре төрлөсә яңғырай:
— Кәрәк кенә кеше, мәлғүн, отпускыға киткән дә барған. Һис кенә лә бушай алмай шул.
Әлеге лә баяғы Шәриповтарға бер йыл көткәндән һуң бик шәп вариант тәҡдим итә.
— Әйҙәгеҙ, иҫкене түгел, түрәләр генә йәшәй торған йорттан алығыҙ, — ти уларға. — Бының өсөн тағы биш йөҙ мең һум ғына өҫтәһәгеҙ — еткән.
Шәриповтар, ҡайҙа баҫҡанын белмәй, өйөнән йәнә йүгертеп кенә аҡса алып килә. Атаҡ, шулай булмайса, ишшеү ҙә һәйбәтерәк бит. Тағы ундай форсат әллә сыға, әллә юҡ...
Ике йыл ярым эсендә утыҙҙан ашыу кешене анһат ҡына “фатирлы” итә Ольга Александровна. “Хеҙмәте” өсөн кеҫәһенә ун дүрт миллион һумдан ашыу аҡса инеп ята. Мохтаждарҙы “ҡыуандырам” тип йөрөй торғас, үҙе лә рәшәткәле “фатир” эсенә барып ингәнен абайламай ҡала ул.
Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.


Вернуться назад