Бер үҙендә – өс бүләк06.06.2015
Төркиәнең Бөҙрәм ҡалаһында үткән һылыуҡай конкурсы финалында тиҫтәләгән илдән 5 — 17 йәшлек 34 ҡыҙ ҡатнашты.

Өфөнән 8 йәшлек Настя Цветкова — бер юлы өс награда яулаған берҙән-бер конкурсант. “Little Miss World-2015” бәйгеһенең еңеүсе тажынан тыш, кескәй ҡыҙ “Иң яҡшыларҙың-яҡшыһы” һәм “Телейондоҙ” титулдарын да яуланы.
– Мин милли башҡорт кейемендә сыҡтым, Сәм­реғошто сағылдырҙым, — тип уртаҡлаша уңыш сере менән Настя.
Ҡыҙыҡай I класты тамамланы, “бишле”гә генә өлгәшә. Өҫтәүенә вокал, фортепиано һәм тау саңғы­һы менән шөғөлләнә.
Стәрлетамаҡтан 14 йәшлек Оля Никитина үҙенең категорияһында “Йәш мисс” исемен һәм ойоштороу комитеты призын алды. Балтас районынан 16 йәш­лек Юлиана Әмерйәнова “Тамашасылар һөйөүе” һәм “Донъяның йәш фотомоделе” номинацияһында еңеү яуланы.






Вернуться назад