Баһадирҙың сираттағы уңышы06.06.2015
Башҡорт бәһлеүәне Эльбрус Ниғмәтуллин, 30 тонналыҡ йортто һөйрәп, донъя рекорды ҡуйҙы. Баһадир әйтеүенсә, уның карьераһында был — иң ҡатмарлы ҡаҙаныштарҙың береһе.
Планетаның иң көслө кешеләре иҫәбенә ингән пауэрлифтинг буйынса спорт мастеры Эльбрус Ниғмәтуллин – 30 тонна ауырлығындағы өйҙө урынынан күсергән тәүге кеше. Ҡала ситендәге йорттоң күргәҙмә өлгөһөн рекорд ҡуйыу өсөн нигеҙенән күтәреп, рельсҡа ултыртҡандар. Бурсанан һалынған ике ҡатлы коттеджды спортсы барлыҡ йыһазы менән бергә шылдырырға тейеш була. Силәбелә үткәрелгән ғәҙәти булмаған тамашаны ҡарарға 100-ҙән ашыу кеше йыйылған.
Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенән хәбәр итеүҙәренсә, бер нисә минут эсендә бәһлеүән йортто өс метрға алға күсергән. Эльбрус Ниғмәтуллин әйтеүенсә, донъя рекорды бик ауыр бирелгән. Үҙенең уңышын ул Балаларҙы яҡлау көнөнә арнаған.
Баһадир бындай рекордтарҙы даими ҡуя. Былтыр ул Силәбенең Горький исемендәге паркында 34 тонналыҡ күҙәтеү ҡулсаһын әйләндергән. Быйыл мартта иһә 700 килограмм ауырлыҡтағы дөйәне күтәргән.