Марат миҙалға лайыҡ06.06.2015
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич дәүләт наградалары тапшырҙы. Округтан 17 кеше — төрлө һөнәр эйәләре юғары исемдәргә, орден, миҙалдарға лайыҡ булды.
Михаил Бабич Башҡортостандан Марат Аллаяровтың батырлығын айырып билдәләне. Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында йәшәгән ир былтыр яҙ Ҡунаҡбай йылғаһы эргәһендә тракторҙа эшләгәндә биш йәшлек ике ҡыҙҙың йылғаны кисеп сығырға маташыуын күреп ҡала. Көслө ағым сабыйҙарҙың береһен ағыҙып алып китә. Марат һыуға ташланып, баланы ярға сығара. Ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге өсөн ул “Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.