Йылҡы итенә ҡытлыҡ06.06.2015
Республикала урындағы етештереүселәр йылҡы итенең етешмәүенә зарлана.
Күмертау ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Лилиә Әминева әйтеүенсә, нәзәкәтле ризыҡтар өсөн сеймалды аралашсыларҙан ҡиммәткә алырға тура килә.
– Ит менән аныҡ тәьмин итеүсе юҡ. Аралашсыларҙа сеймал бик ҡиммәт. Тәьминәтселәрҙән ит тура Ҡаҙағстанға китә, үҙебеҙҙекеләргә эләкмәй. Бынан тыш, көрсөккә бәйле йылҡы итенә хаҡ артты. Былтыр ноябрь-декабрҙә 1 килограмм 180 һум самаһы торһа, әле — 250 һум. Ҡаҙағстанда доллар курсы элеккесә ҡалды, ә беҙҙә артты. Шуға ла сеймалды уларға Башҡортостандан һатып алыу отошло, — ти йүнсел.
Лилиә Әминева әйтеүенсә, мәсьәлә әле төбәк Хөкүмәтендә тикшерелә, унда ярҙам итергә вәғәҙә бирәләр.