Исеме үҙгәрһә лә, есеме үҙгәрмәне06.06.2015
Хәҙер балаларҙы һәм ғаиләне хеҙмәтләндереү менән район-ара социаль ярҙам үҙәктәре шөғөлләнәсәк.
1 июндән оло йәштәге кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлексәләре йорт-интернаттарға һәм психоневрология интернаттарына ҡушылды. Бәлиғ булмағандар өсөн социаль приюттар, ауыр хәлгә тарыған ғаиләгә, балаларға, ҡатын-ҡыҙҙарға социаль булышлыҡ итеү бүлектәре район-ара социаль ярҙам үҙәктәре итеп үҙгәртелде. Бындай учреждениелар Балаҡатай, Тәтешле, Белорет, Дүртөйлө, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарындағы, шулай уҡ Октябрьский, Сибай ҡалаларындағы комплекслы үҙәктәр нигеҙендә эшләйәсәк.