Килер электричка, бөтөр тығындар...06.06.2015
Өфөләрҙең эшкә барғанда һәм ҡайтҡанда байтаҡ ваҡытын транспорт тығындарында үткәреүе билдәле. Күп халыҡтың ҡаланан ситтә урынлашҡан ауыл, ҡасабаларҙа йәшәүен күҙ уңында тотҡанда, хәл бик ҡатмарлы. Республика һәм ҡала етәкселеге тарафынан булдырылған “Ҡала электричкаһы” проекты тап ошо киҫкен бәләнән арыныу маҡсатында тормошҡа ашырыла.
“Дим” станцияһында үткән эшлекле осрашыу барышында “Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы” йәмғиәтенең генераль директоры Игорь Поляев ҡала электричкаһының киләһе йыл сафҡа инәсәге хаҡында белдерҙе. Сарала шулай уҡ республиканың Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров, Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты рәйесе Елена Родина ҡатнашты.
Дим биҫтәһенән Шакшаға тиклем һуҙыласаҡ йүнәлештә 11 станция буласаҡ.
– Уларҙың һәммәһе лә тейешле кимәлдә йыһазландырылғас, ҡала электричкаһы үҙ эшен башлаясаҡ, – тине мэр Ирек Ишмөхәмәт улы. – Иң мөһиме – станцияларға килеү-китеү урындарының йәйәүлеләргә лә, шәхси транспортта йөрөгәндәргә лә ҡулай булыуы зарур. Халыҡты электричкаға автобус, трамвай йә троллейбус алып барып еткерергә тейеш, берҙәм билет булдырыу хаҡында ла фекерләшәбеҙ.
Электричка йүнәлешендәге транспорт үҙәктәрендә шәхси автомобилдәр өсөн туҡталҡалар урынлаштырыу ҙа ҡаралған. Әлегә ҡала электричкаһында Дим биҫтәһенән Өфөгә килеп етеү хаҡы – 18, Шакшаға тиклем барыу 37 һумға төшәсәк тип планлаштырыла. Дөйөм алғанда, был проектты тормошҡа ашырыуҙа “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте, инвесторҙар һәм ҡала етәкселеге берләшә.