Ҡаҙна тулылана06.06.2015
Башҡортостанда 2014 йылға бюджет килеме буйынса план 100,9 процентҡа үтәлгән. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты ултырышында республиканың финанс министры Рида Собханҡолова ошо турала хәбәр итте.
Былтыр бюджет үтәлеше санкциялар индерелеүгә, милли валюта девальвацияһына, нефттең арзанайыуына бәйле ҡатмарлы шарттарҙа барҙы. Йыл аҙағында финанс баҙарында булған сетерекле хәл дә эҙһеҙ үтмәне. Быларҙың барыһы ла предприятиеларҙың эш һөҙөмтәләрендә, хеҙмәт хаҡында сағылыш тапты, һөҙөмтәлә ҡаҙнаға инергә тейеш керем кәмене. Ведомство башлығы әйтеүенсә, ошондай ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, йылды республика ыңғай динамика менән тамамланы. 560,8 миллиард һумлыҡ түләү йыйылды (2013 йыл менән сағыштырғанда 13,5 процентҡа күберәк).
– Һалым һәм уға ҡарамаған килемдәрҙе йәлеп итеү йәһәтенән республика яҡшы эшләне. Хөкүмәт кимәлендә сара күрелде, министрлыҡтар һәм ведомстволар әлегә тиклем иғтибарға алмаған резервтарын асты, — тине комитет рәйесе Рузалия Хисмәтуллина.