Халыҡ дөрөҫлөк эҙләй06.06.2015
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе секретары, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Дмитрий Медведевтың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡтың мөрәжәғәттәрен тыңланы.
Өфөнән пенсионер ҡатын баш ҡаланың Ғафури урамындағы торлаҡ йортта йәшәү шарттарының насар булыуына, вазифалы кешеләрҙең сара күрмәүенә зарланды. Эш шунда: торлаҡ янында күп ҡатлы йорт һалына. Ул айырыуса бәлиғ булмаған балаларға хәүеф менән янай. Ғаилә икенсе торлаҡҡа күсереүҙе көтә.
Бер төркөм граждандар Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 3-сө йортта капиталь ремонтты нигеҙһеҙ туҡтатыуға ялыу менән килгән. Тағы ла бер кеше торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итеүҙе үтенде. 2009 йылда “БашНИИСтрой” уның йортон йәшәргә яраҡһыҙ тип тапҡан. Ә ҡала хакимиәте иһә уны 2013 йылда ғына авария хәлендә тип таныған, әммә йорттарҙы һүтеү программаһына индермәгән.
Был сарала йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллин, район һәм ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, бүлек мөдирҙәре ҡатнашты. Константин Толкачев уларға һәр мөрәжәғәтте ентекле тикшерергә, законға ярашлы ярҙам күрһәтергә ҡушты.