Еңеүҙә өлөштәре тос06.06.2015
Тотош илебеҙ менән Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләнек. Тарих биттәрен әленән-әле асып, батырҙарҙы барлайбыҙ, үлгәндәрҙе ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ, иҫәндәргә хөрмәт күрһәтеп ҡалырға тырышабыҙ.

Башҡортостан дәүләт аграр университетында ла олуғ байрам ҙурлап үткәрелде. Иҫкә алыр яугирҙәребеҙ ҙә, дәһшәтле яу яланында һәләк булып ҡалған батырҙарыбыҙ ҙа байтаҡ. Ватанды һаҡлаусылар сафына беҙҙең уҡыу йортонда белем алған 100-ҙән ашыу студент һәм уҡытыусы баҫҡан. Үкенескә ҡаршы, уларҙың яртыһынан ашыуы тыуған еренән ситтә һәләк булған. Белем усағын 1940—1941 йылдарҙа тамамлап, Ватанын һаҡларға киткән Ғиндулла Ураҙбахтинды, Федор Урманцевты, Константин Лавровты һәм башҡа яугирҙәрҙе ҙур хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Был — мөҡәддәс бурысыбыҙ. Мәҫәлән, Ғиндулла Ураҙбахтин Мәскәү, Сталинград ҡалалары өсөн барған алыштарҙа ҡатнашып, I, II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм бихисап миҙал менән наградланған.
Федор Ивановичтың күкрәген дә биҙәгән улар. Украинала, Төньяҡ-көнбайыш фронтында Хәрби-һауа көстәре составында ил азатлығы өсөн һуғышып, яуҙы полковник дәрәжәһендә тамамлаған. Ҡыйыу хәрби, отставкаға киткәс, юғары уҡыу йортонда эшләп, музей булдырып, үҙе хаҡында тағы бер яҡты иҫтәлек ҡалдырҙы.
Константин Лавров та — батырлыҡ, ысын ир-ат өлгөһө. I, II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, яу яланынан ҡайтҡас, 40 йыл ғүмерен ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләүгә бағышланы. Ә Михаил Соколов — университеттың ҙур ғорурлығы, Советтар Союзы Геройы. Бындай олуғ исемде уға 1945 йылдың 27 ғинуарында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн бирәләр.
Дәһшәтле һуғыш башлан­ғанға тиклем ауыл хужалығы институтын тамамлаған һәм Ватан азатлығы өсөн яуҙа ҡатнашҡан яугирҙәр, ҡайтҡас, ғүмерен юғары белемле белгестәр әҙерләүгә бағышланы, күренекле фән эшмәкәре булып танылды. Мәҫәлән, Петр Тихонов, Василий Мозжерин, Мансур Ғөбәйҙуллин, Мәсәғүт Айыуханов һәм башҡалар тыныс тормошта ла һыр бирмәне, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәште. Иңдәренә яуаплылыҡ алыуҙан береһе лә баш тартманы. Миҫалға Александр Соколов менән Александр Байковты килтереү ҙә етәлер. Икеһе лә оҙаҡ йылдар Башҡортостан ауыл хужалығы университеты ректоры булып эшләне. Александр Соколов төп уҡыу корпусын һалыуға күп көс түкте. Ә Александр Байков етәкселек иткән йылдарҙа яңы уҡыу биналары төҙөлдө.
Бер мәҡәләлә генә яҙмышы беҙҙең юғары уҡыу йортона бәйле яугирҙәрҙең батырлығын һүрәтләп, яуаплылыҡ тоя, ерен, халҡын ярата белеүҙәрен, тормошто яратыуҙарын тасуирлап бөтөү мөмкин дә түгел. Һәр береһе ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ. Университет коллективы яугирҙәр хаҡында яҡты, матур иҫтәлектәр һаҡлай. Улар — йәштәргә өлгө.
Күптән түгел Башҡортостан дәүләт аграр университеты ветерандарының белешмәһе нәшер ителде. Юғары уҡыу йортон һуғышҡа ҡәҙәр тамамлап, яуҙа ҡатнашҡан ир-азаматтар тураһында мәғлүмәт эҙләү дауам итә.
Беҙҙең быуынға фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән, тыныслыҡ яулаған ҡаһар­ман­дар менән йәнәш эшләү бәхете тейҙе. Бының менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.

Рәфис ЗЫЯЗЕТДИНОВ,
тарих фәндәре докторы,
Башҡортостан дәүләт аграр университетының мәғлүмәт технологиялары һәм идара итеү факультеты деканы.



Вернуться назад