Календарь өсөн рәхмәт06.06.2015
Әсәйем, Маһира Һатлыҡова, “Башҡортостан” гәзите менән 1965 йылдан дуҫ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡын кешем әле ауыр хәлдә — түшәктә ята.

Мин уға йыл да гәзит яҙҙырам. Башҡорт календарын ебәрҙегеҙ, ҙур рәхмәт. Һеҙҙең баҫмағыҙ әсәйемдә киләсәккә өмөт уята, ҡанатландыра.

Зәйтүнә ФАТЕЕВА.
Ғафури районы.

Гел бергәбеҙ

Баҫманы 1981 йылдан алдырабыҙ. Быға хәтлем Баймаҡ, Мәсетле, Хәйбулла райондарында ғүмер иттек, унда ла айырылманыҡ.

Беҙ үҙебеҙҙең төп милли гәзитебеҙҙән тыш йәшәй алмайбыҙ. Миңә 85 йәш, әле лә баҫманы рәхәтләнеп уҡып ултырам. Рәхмәт һеҙгә!
Зөләйха ЯҠУПОВА.
Өфө ҡалаһы.

“Башҡортостан” уҡымлы

Гәзитте 1951 йылда алдыра башлағайным, инде нисә йыл унан айырылғаным юҡ.

Элек бүтән журнал-гәзитте алдыра торғайным. Хәҙер олоғайғас, ул хәтлем күп баҫмаға яҙылып булмай. Әммә “Йома-“Башҡортостан”ды уҡыйым.

И. УРАЛБАЕВ.
Сибай ҡалаһы.

“Аҡмулла”ны көтәм

“Йома-“Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡыйым, бик оҡшай.

Телепрограмма, “Аҡмулла” сығарылышы һәм бүтән махсус биттәрҙең барыһы ла кәрәкле, рәхмәт. Шатлығым менән дә уртаҡлашҡым килә. Еңеүҙең 70 йыллығына миҙал бирҙеләр, хәҙер наградаларым һигеҙ булды.

Әҡлимә ӘЛИМБӘКОВА.
Күмертау ҡалаһы.



Вернуться назад