Быйыл икәүгә яҙылдым!05.06.2015
“Башҡортостан” гәзитенең һәр һанын ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Темаларҙың киңәйеүе, яңы исемдәр, билдәле кешеләр менән ойошторолған “тура бәйләнеш”, “түңәрәк өҫтәл”дәр гәзиттең юғары кимәлен һаҡлай.

Әммә шуныһын да әйтмәйенсә ҡала алмайым: йома һанында ба­ҫылған башватҡыс кәрәк, әлбиттә, башҡорт теле буйынса белешмә булырҙай әйбер ул, тик архаизмдар артығыраҡ түгелме икән?
Киләһе ярты йыллыҡҡа ике дана гәзиткә яҙылдым, береһе – дуҫыма. Лотерея уйынына квитанцияның күсермәһен ебәрәм. Уңыш йылмайырына өмөт итәбеҙ!







Вернуться назад