“Башҡортостан” — донъя ҡото05.06.2015
Уҙған быуаттың 50-се йылдары башы. Халыҡтың ауыр һуғыш шауҡымынан арынып та етмәгән сағы. Аслыҡ, яланғаслыҡ һәр өйгә ҡағылған. Беҙҙең ғаиләлә лә — һигеҙ кеше. Аҙ ғына эш хаҡы алған атайымдың бер көн өйгә: “Гәзиткә яҙылып ҡайттым әле. Балалар уҡып ҡыуанһын”, — тип йылмайып килеп кереүе бөгөнгөләй хәтеремдә. Яңы йылдан беҙҙең өйгә район гәзите менән бергә “Совет Башҡортостаны” ла килә башланы.

Ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Шул ваҡыттан алып, бына 62 йыл инде, ҡулымдан “Башҡорт­остан”ды төшөргәнем юҡ. 1962 йылдан башлап үҙем даими яҙыла башланым. Ошо йылдар арауығында ул минең иң яҡын дуҫыма һәм кәңәшсемә әүерелде.
Хәҙер күптән хаҡлы ялдамын. Төп баҫмабыҙға ғына яҙылырлыҡ аҡса ла, уны уҡып барырға ваҡыт та бар. “Башҡортостан”һыҙ өйҙөң ҡото ла юҡтыр, тим үҙемсә.





Вернуться назад