Илештәр ял итә белә05.06.2015
Илештәр ял итә белә Районыбыҙҙың күркенә, йөҙөк ҡашына әйләнгән парк тирә-йүнгә йәм биреп, әллә ҡайҙан са­ҡы­рып тора. Көндөҙ төрлө аттракциондары, ка­ру­селдәре үҙенә тартһа, кистәрен йыраҡтан балҡыған сихри уттар, дәртле көй иғтибарҙы йәлеп итә.
Бында бәләкәстәргә пониҙа йөрөү, 5D кино ҡарау мөмкинлеге бар. Район мәҙә­ниәт һарайы, хакимиәттең мәға­риф ида­ралығы, балалар китапханаһы һәм башҡа учреждениелар менән берлектә төрлө викторина, конкурс, дискотекалар йыш ойошторола. Тирә-яҡ ауылдарҙан да киләләр бында. Ял паркы ҡыш та тынмай: йыл да һырғалаҡ, саңғы юлы эшләнә.
Парк директоры Марс Нурлы­ғаяновтың әйтеүенсә, бында балалары менән ял итер­гә, буш ваҡытты күңелле үткәрергә илеш­тәр генә түгел, күрше ҡала-район халҡы ла килә. Парк хатта сит ил ҡунаҡтарына ла оҡшай икән.


Вернуться назад