Туғыҙ тиҫтәнән ашыу йыл дауамында халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт иткән “Башҡортостан” гәзите — оло милли ҡаҙанышыбыҙ.
Мәҙәни кимәлебеҙҙе асыҡ сағылдырыусы баҫма маҡсаттарына тоғро, һәр саҡ халҡыбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлай. Тарих менән хәҙерге заман араһында бәйләнеш булдырып, һәр быуын вәкилендә милли рух, илһөйәрлек тәрбиәләй.
Беҙ, Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбе коллективы, республикабыҙҙың исемен ғорур йөрөтөүсе төп гәзитебеҙҙе күмәкләп алдырабыҙ. Унда һәр дәрестә киң файҙалана алырлыҡ мәҡәләләрҙең күп булыуы ҡыуандыра. “Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына ҡушылғаныбыҙға ифрат шатбыҙ.
Үҙебеҙҙең милли баҫмаларға яҙылыуҙы ойоштороуҙа Байназар почта бүлексәһе етәксеһе Сәрүәр Вәлиева, ауылыбыҙҙың почтальоны Рәйлә Хәсәнова, мәктәп китапханасыһы Фәнүзә Мөхәмәтйәнованың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ҙур рәхмәт уларға!
Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
Мәһәҙей мәктәбе уҡытыусыһы.
Бөрйән районы.