Изге маҡсат ҡорға йыйҙы05.06.2015
«Берҙәмлек» халыҡ-ара фес­тивале Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә мөһим саралар иҫәбендә. Мәҙәни байрам халыҡ ижадын, милли кәсептәрҙе, сәнғәтте киң танытыу, ижади коллективтар менән ныҡлы бәйләнештәр булдырыу, төрлө мәҙәниәттәр һәм рухиәт яңылыҡтары менән уртаҡлашыу кеүек изге маҡсаттар ҡуя.
Быйылғы Халыҡ-ара берҙәмлек байрамын Рә­сәй­ҙең, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлыҡтары, Рәсәй Дәүләт халыҡтар дуҫлығы йорто, Республика халыҡ ижады үҙәге, Өфө, Октябрьский ҡалаларының, Дәүләкән, Бәләбәй, Туймазы райондарының хакимиәттәре ойошторҙо.


Фестивалдә ШОС һәм БРИКС илдәренән ижади коллективтар ҡатнаша. 4 июндә ҡунаҡтарҙы ҡа­бул иткән Октябрьский ҡала­һы ысын мәғәнәһендә милли мәҙә­ниәттәр майҙанына әүерел­де. Бында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән, Мәскәү һәм Силәбе ҡалаларынан килгән ҡу­райсылар бәйгеһе башланды. Бөгөн, бәй­гелә еңеүселәрҙе бү­ләкләр алдынан, фестивалдә ҡат­нашыусылар ҡала урамынан үтәсәк. Бынан һуң халыҡ Иран, Һиндостан, Төркиә, Ҡытай, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан илдәренән һәм Рәсәй төбәк­тә­ренән килгән үҙешмәкәр ижади коллективтарҙың сығы­шын ҡа­рап кинәнәсәк. Шулай уҡ илебеҙ­ҙең яңы төбәге – Ҡырым Рес­пуб­ликаһы – тамашасы­лар­ҙы күстә­нәстәре менән һөйөн­дөрәсәк.
Фестивалдә Рәсәйҙең, ШОС һәм БРИКС илдәренең фото­рәс­сам­дары ҡатнаша. Улар Баш­­ҡорт­остандың ра­йон-ҡа­ла­ла­рында гүзәл тәбиғәт­те, иҫтә­лекле урындарҙы, кешеләрҙе, хужалыҡ ҡаҙаныштарын фотоға төшөрөп, донъяға таратасаҡ, ә һуңынан уларҙы фотоальбом итеп нәшер­ләү күҙ уңында тотола.




Вернуться назад