Күмәкләп теләһәк, яуырмы?05.06.2015
– Йылдың тап әлеге ваҡытында ямғыр кәрәк, әммә ҡара болоттар бына бер нисә көн инде беҙҙең районды урап уҙа. Күмәкләп ямғыр теләп ҡарайыҡмы икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Был дөрөҫ булырмы?

Әлфирә ФӘРИТОВА.

Яңауыл районы.

– Бисми­ллә­һир-рах­мәнир-рахим!
Раббыбыҙ бө­төн тереклекте һыу­ҙан яралт­ҡан. “Ҡөрьән Кә­рим”дә был хаҡта айырым аят-кәри­мә­ләр бар. Тә­би­ғәт­тең генә түгел, хатта ки әҙәм балаһының күп өлөшө һыуҙан тора. Шуның өсөн дә донъяла унан да ҡиммәтлерәк нәмә юҡ.
Аллаһ Тәғәлә үҙе­нең рәхмәте менән яралтҡан ерҙе шифалы ямғырҙарын ебәреп терелткән. “Беҙ һеҙгә һыуҙы күктән индерҙек, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. – Бер өлөшөн ерҙә һаҡлап ҡалдыҡ. Ямғырҙы туҡтатырға ла көсөбөҙҙән килә”.
Раббыбыҙҙың берлегенә саҡырғанда Нух ғәләйһис-сәләм иһә: “Аллаһ Тәғәләгә иман килтерегеҙ, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаһын өсөн Уға тәүбә ҡылығыҙ, – тиер булған. – Шул ваҡытта Хаҡ Тәғәлә күктән ямғыр ебәрер, һеҙҙе бала, баҡса, мал менән байытыр”.
Ысынлап та, ямғырҙың шифаһы шул тиклем ҙур. Күргәнегеҙ барҙыр: түтәлгә ҡоҙоҡтан ташылған һыуҙы ҡойһаң, тупрағы ҡатып ҡала. Ямғыр иһә, киреһенсә, ерҙе йомшарта, йәшелсә-емеш тә кинәнеп үҫеп китә. Шулай ҙа бындай бәхет ураған һайын йылмаймай. Иң кәрәкле ваҡытта яуым-төшөм булмау сәбәпле, һуңғы бер нисә йыл ҡоро килде. Ошондай ваҡыттарҙа пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ямғыр теләү намаҙы уҡырға ҡушҡан. Был ғибәҙәткә әҙәм балалары түбәнселек менән барырға, балаларын да алырға тейеш. Бергәләп намаҙ уҡыла, ямғыр һорала. Аллаһ Тәғәләгә теләген еткергән әҙәм балаларының күңелендә насар хис-тойғо, үпкә булмаҫҡа тейеш.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм яуын мәлендә: “Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, – тип айырым доға ҡылыр булған. Шул уҡ ваҡытта, белеүегеҙсә, һәр нәмәнең самаһы булырға тейеш. Ямғыр үҙ миҡдарында яуһа ғына ергә шифа, бәрәкәт килә. Ғөмүмән, һыуҙың көсөн аңлап бөтөү мөмкин дә түгел. Мәҫәлән, ул үҙенә бөтөн мәғлүмәтте ҡабул итә. “Бисмилләһ” әйтелһә, яҡшы уй-ниәт менән ҡулланылһа, шифалыға әүерелә. Насар, ауыр мөхиттә иһә ярһып китеп, ташып, әллә күпме һәләкәткә килтереүе ихтимал. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тәбиғәт инешенең ҡәҙерен белеү, гелән изгелек ҡылыу, тормоштоң йәмен-тәмен тойоп, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп йәшәү зарур.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа һыу кәмегәндән-кәмей. Байлығыбыҙҙы һаҡлайыҡ, уны исраф итмәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Айырыуса әле, Рамаҙан айы башланасаҡ изге мәлдә, Аллаһ Тәғәләгә тәүбә ҡылайыҡ, гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеүен һорайыҡ. Бының урынына ергә Раббыбыҙҙың рәхмәте – шифалы ямғыр тамсылары – төшөп, тирә-йүнебеҙ сафлыҡҡа, һутҡа, бәрәкәткә күмелер, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад