Йыш әрләүҙән файҙа юҡ05.06.2015
– Биш йәшлек улыбыҙҙың һис сәбәпһеҙ күҙҙәрен йомғолауы борсоуға һалды. Психотерапевҡа ла мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, тик айырым мускулдарҙың тартышыуы балаларҙа йыш күҙәтелә, уны тыуҙырған сәбәптәрҙе асыҡлағанға ҡарағанда дауалауы еңелерәк, тине белгестәр. Ошо сир хаҡында тулыраҡ яҙһағыҙ ине.

К. Йәғәфәрова.
Ишембай ҡалаһы.

Ысынлап та, был сир балаларҙа йыш күҙәтелә. Уның бик һирәк осраҡта нәҫелдән нәҫелгә күсеүе ихтимал. Сәбәптәре төрлө: мейе зарар­ланғанда, йәрәхәт алғанда, токсиндар, инфекциялы сир йоҡторғанда ла уның күҙә­телеүе ихтимал.
Балаларҙа барлыҡҡа килгән тик күренешен күп­селек осраҡта невроз менән бәйләйҙәр. Дауалағанда ул аҡрынлап юҡҡа сыға. Фәҡәт ата-әсәләр, яҡындары, уҡы­тыусылар, хәлде дөрөҫ ба­һалап, тейешле та­лап­тарҙы мотлаҡ үтәргә бурыслы.
Бала һәр яңылыҡты, ваҡиғаны күңеленән үт­кә­рә, һиҙгерлеге лә юғары. Йоҡонан иртә уятыуҙы, мәктәпкә йөрөй баш­лау­ҙы ла күбеһе ауыр кисе­рә. Ата-әсә кескәйҙәр кү­ңелен яҡшы аңларға бурыслы. Баланың күҙҙә­рен йыш йомғолауын, ҡаш тирәһе, яңаҡ, бит мускулдарының тартышыуын күреп, уны әр­ләү­ҙән, киҫәтеүҙән ты­йылығыҙ, сәбәбен сабыйҙан эҙләмәгеҙ. Иғтибар иткәнегеҙ бар­ҙыр: тулҡынланғанда, ҡурҡҡанда, оялғанда тик күренеше көсәйә төшә. Каникулда ял итеп, йоҡоһон туйҙырған, дәрес әҙерләүҙән, мәктәп талаптарынан азат балала мускулдар тартышыуының бөтөп тороуы ла бар. Тимәк, был осраҡта уны сир тип атап та булмай.
Һәр бала белемде төрлөсә үҙләштерә. Дәрес ваҡытында борға­ланып, тыныс ултырмаған балаларға йыш ҡына уҡытыусының киҫәтеү һүҙҙәрен ишетергә тура килә. Ә ошондай тиктормаҫлыҡ, борғаланыу-һырғаланыу ҙа тик күренешенең бер төрө бит. Уҡыусыны өҙлөкһөҙ әрләп йәненә тейгәндә, уның сирҙән оҙаҡ ҡотола алмауы, белемде насар үҙләштереүе ихтимал.
Баланың конъюнктивиттан һуң да күҙҙәрен йомғоларға ғәҙәтләнеүе ихтимал. Шуға күрә иң тәүҙә уны окулисҡа күрһәтеү яҡшы булыр. Телевизор, компьютер экрандары алдында оҙаҡ ул­тыр­ғанда ла тик барлыҡҡа килеүе билдәле.
Башҡалар менән сағыш­тырып кәмһетеү, ғәйеп­ләүҙең сабыйҙы кү­ңел төшөнкөлөгөнә килтереүе ихтимал. Ата-әсәнең айырылышыуын, ғаиләлә татыулыҡ булмауын бала ауыр кисе­рә. Бындай осраҡтарҙа психолог, невролог менән кә­ңәш­ләшеү ҡама­сау­ламаҫ. Физиотерапия процедураларын, ты­нысландырыусы дарыуҙарҙы табип менән кәңәш­ләшкән­дән һуң ғына бик һаҡ ҡулланырға мөмкин.
Үҙ-үҙеңә ышаныс артҡан һа­йын, сир сигенәсәк. Тик хә­ленә дусар булған кешене тор­мош­ҡа яйлаштырыу – үҙе үк дауалауҙың бер йүнә­ле­ше. Тимәк, тәү сиратта ба­ла­ға ата-әсәнең, уҡы­тыу­сы­ларҙың ярҙамы кәрәк.

Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВТАР,
табиптар.





Вернуться назад