Башҡортостан – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында05.06.2015
Яу үҙ шарттарын билдәләй

Республика етәкселеге алдында үҙ-ара бәй­ле тағы бер нисә мөһим мәсьәлә торған. Ул – республиканың бөтә иҡтисади, сәйәси һәм йәмәғәт тормошон үҙ­гәртеп, фронттың ихтыяжына яраҡ­лаш­тырып ҡороу, мобилизацияны дауам итеү, алғы һыҙыҡҡа ярайһы ғына кимәлдә әҙер­лек үткән ғәскәри частарҙы оҙатыу, армияны ҡорал, төрлө яғыулыҡ, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙә ҡатнашыу.
Документтарҙан һәм тарихи әҙәбиәттән кү­ре­неүенсә, сәнәғәт предприятиеларының кү­бе­һе үҙҙәренең фронт ихтыяжына яраҡ­лаш­тырып ҡороу эшен 1941 йылдың июнендә үк башлап, 1942 йылдың июнь-июль айҙарында тамамлай. Мәҫәлән, Одессанан Стәрлетамаҡҡа күсерелгән станоктар етеште­реү заводы 1942 йылдың апрель айында уҡ элекке ябай станоктар урынына илдең оборо­на заводтарына үтә лә кәрәк булған тәүге 36 яңы радиаль-тишеү, алмазды эшкәртеү ҡора­малдары эшләгән һәм йыл аҙағына ҡәҙәр ай һайын 170-180 дана сығарған. 1943 йылда завод, ике мең станок яһап, Ленин орденына лайыҡ булған. Бынан тыш, унда миналар ҙа әҙерләнгән.
Өфө тау заводы, мәҫәлән, 1941 йылдың аҙаҡтарында уҡ элекке шахталар өсөн еңел вагонеткалар, һыу һәм ҡом һурғыс насостар, лебедкалар урынына тулыһынса артиллерия снарядтары һәм миналар етештерә башлаған.
Өфө йылға пароход төҙөү заводы ла тиҙ арала фронт өсөн авиация санаһы, дөрө­ҫөрә­ге, самолеттар өсөн киң табанлы саңғылар эшләй башлаған. Благове­щендағы машиналар һәм Өфө яҙыу машинаһы етештереү заводтары танктарға ҡаршы гранаталар, еңел ҡул гранаталары һәм миналар әҙерләгән.
Белореттағы ҡорос тимерсыбыҡ һәм канат заводы юғары сифатлы тимерсыбыҡ, төрлө ҡалынлыҡтағы тростар етештергән, ә Белорет металлургия комбинаты ҡорос һәм суйын, авиация бомбалары, мина һәм снарядтар, данлыҡлы “катюша”лар өсөн айырым детал­дәр яһаған. Һуғыш йылдарында комбинатта ҡорос һәм суйын етештереү 1,5 тапҡырға артҡан. Тирлән металпрокат заводы оборона заводтарына юғары сифатлы ҡорос табаҡтар ебәргән. Өфө паровоздар йүнәтеү заводы ҡеүәтле локомотивтарҙы ремонтлаған, дүрт бронепоезд төҙөгән, авиация бомбалары, миналар һәм төрлө калибрҙағы снарядтар етеш­тер­гән. Рыбинск, Мәскәү һәм Ленинград ҡала­ларынан килгән өс предприятие һәм Өфө моторҙар заводы нигеҙендә ойошторолған ҡеүәтле Өфө моторҙар эшләү заводы һуғыш йылдарында 97 мең авиация моторы әҙерләп сығарған. Өфө фанера етештереү комбинаты авиация заводтары өсөн махсус фанера һәм пушкалар өсөн киң табанлы саңғылар етештергән.

Һәр өсөнсө самолетта – беҙҙең яғыулыҡ

Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа Башҡорт­ос­тан геологтарының, нефтселәренең һәм нефть эшкәртеүселәренең өлөшө айырыуса ҙур. Һуғыш йылдарында Башҡортостан нефтсе­лә­ре 5 миллион тоннанан ашыу нефть сығарған. Быға 1943 йылдың сентябрь айында — Кинйәбулат, 1944 йылдың сентябрь айында Туймазы девон нефте ятҡылығын асыу бик ныҡ булышлыҡ иткән. Һуғыш йылдарында Башҡортостанда бөтә­һе һигеҙ яңы нефть ятҡылығы табылған. Өфө заводында нефтте эшкәртеү 1,5 тапҡырға артҡан. Фронт өсөн меңәрләгән тонна юғары сифатлы авиация бензины, мазут, кәрәсин, төрлө шыйыҡ мотор майҙары етештерелгән. Һуғышта һәр өсөнсө самолет һәм өсөнсө танк, һәр 12-се йөк машинаһы Башҡортостанда етештерелгән яғыулыҡта йөрөгән.
Көнбайыш өлкәләрҙән эвакуацияланған заводтар нигеҙендә Башҡортостанда бер нисә яңы сәнәғәт тармағы барлыҡҡа килгән. Шул иҫәптән — химия сәнәғәте. 1941—1945 йыл­дарҙа тәбиғи каучук, махсус спирт һәм сода заводтары төҙөлгән. Улар ҙа фронт өсөн продукция етештергән.
Һуғыш башланыу менән Башҡорт­ос­тандың еңел сәнәғәтенә ҡараған предприятиелар — Өфө тегеү фабрикаһы, Өфө аяҡ кейеме фабрикаһы һәм эвакуацияланған предприятиелар нигеҙендә ойошторолған Дәүләкән һәм Стәрлетамаҡ аяҡ кейеме фабрикалары, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Бөрө кейем тегеү фабрикалары, Өфө күн заводы яугирҙәр өсөн өҫ һәм аяҡ кейемдәре етештергән. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында булған сәнәғәт предприятиелары фронт өсөн гранаталар, миналар, шул иҫәптән танктарға ҡаршы ауыр һәм ҡеүәтле миналар, арба, сана, саңғы, быймалар, поход кухнялары, котелоктар, тимер йәки алюмин һауыттар, көрөшкәләр етештергән.
Башҡортостандың аҙыҡ-түлек сәнәғәте — 16 он тартыу комбинаты, ит комбинаттары һәм май заводтары, дүрт спирт һәм араҡы, һыра заводтары, консерва комбинаттары, 1943 йылда сафҡа ингән Ҡарламан шәкәр заводы һ.б. предприятиелар тик фронт, госпиталдәр, балалар йорто һәм балалар баҡсаһы өсөн генә аҙыҡ-түлек етештергән тип әйтһәк тә, хата булмаҫ.
Аслыҡҡа, ҡоролоҡҡа бирешмәйенсә

Һуғыш осоронда колхоз һәм совхоз­дарҙың хәле мөшкөлләнгән. Эшселәр ҡырҡа кәмегән, тракторҙар, йөк машиналары аҙайған.
1945 йылдың аҙағында барлыҡ хужалыҡтарҙа ни бары 119 мең йылҡы малы булған. Тимәк, һуғыш йылдарында улар сама менән 342 меңгә кәмегән. 1941 йылдың июнь-декабрь айҙарында ғына фронтҡа 50 меңдән ашыу ат ебәрелгән. Унан һуң ойошторолған 112-се һәм 113-сө кавалерия дивизияларына 13 мең 355 баш менге ат тапшырылған. Йәнә күпмелер йылҡы малы Өфөлә урынлашҡан 2-се запас бригадаға, 9-сы һәм 15-се запас полктарға бирелгән. Ғөмүмән, һуғыш йылдарында Башҡортостандан фронтҡа 71 мең 500 менге һәм йөк аты оҙатылған.
Техника, йөк аттары, үгеҙҙәр етешмәй башлағас, 1942 йылдың башында колхоз-совхоздар ер эшкәртеү өсөн һауын һыйырҙарын һәм башмаҡтарҙы йәлеп иткән, улар өсөн махсус ҡамыттар әҙерләй башлаған. Ҡайһы бер урындарҙа һабанға һәм тырмаларға ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмерҙәр егелергә мәжбүр булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был турала тарихи әҙәбиәттә бер һүҙ ҙә юҡ.
1943 йылдың йәйендә Волга буйындағы өлкәләрҙе, Көньяҡ Уралды, Көнбайыш Ҡаҙағстанды һәм Себерҙе ҡоролоҡ солғап алған. Ул Башҡортостанды ла урап үтмәгән. Көтөүлектәрҙә һәм сабынлыҡтарҙа үлән янып, кибеп бөткән. 1943 йылдың көҙөндә йыйып алған иген 1942 йылға ҡарағанда 1 477 центнерға кәм булған. Ҡоролоҡ арҡаһында ауыл эшсәндәре мал-тыуар өсөн бесәнде етерлек кимәлдә әҙерләй алмаған. Был үҙ сиратында ҡышлау осоронда мал-тыуарҙың, айырыуса эштән йонсоған аттарҙың күпләп үлеүенә, дөрөҫөрәге, ҡырылыуына алып килгән. Һөҙөмтәлә атап үткән сәбәптәр арҡаһында республикала сәсеүлектәр майҙаны ҡырҡа кәмегән.
Техникаһыҙ, атһыҙ колхозсылар Совет Хөкүмәте һәм ВКП(б) Үҙәк Комитетының ҡарары буйынса ял күрмәй эшләргә тейеш булған. 12—16 йәшлектәргә лә хеҙмәт нормаһы ҡаралған. Бына ошондай шарттарҙа аслы-туҡлы, ял һәм йоҡо күрмәй тырышып эшләгән колхозсылар, быуындары нығынып етмәгән балалар, ҡарт-ҡоро 1941 — 1944 йылдарҙа дәүләткә 2,7 миллион тонна иген, 383 мең тонна картуф, 54,5 мең тонна йәшелсә тапшырған.
Һуғыш осоронда республикала мал-тыуарҙың ҡырҡа аҙайыуы уларҙың астан ҡырылыуына, ҡоролоҡҡа бәйле. Шуға ҡара­маҫтан, колхоз-совхоздар, сәнәғәт, төҙөлөш предприятиелары дәүләткә 980,7 мең центнер ит, 3 миллион 231 мең гактолитр һөт, яугирҙәр һәм госпиталдәр өсөн бик күп һыйыр һәм сусҡа майы, бал һәм башҡа аҙыҡ-түлек тапшырған.
Республика етәкселәре фронт өсөн кәрәк-яраҡ, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек етештереү менән бер рәттән һуғышҡа яраҡлы кешеләрҙе мобилизациялау, яңынан-яңы ғәскәри частар туплап оҙатыу эшен дә алып барған.
Яу башланыу менән Өфөлә ойош­торолған һәм республика иҫәбенә барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тулыһынса тәьмин ител­гән 186-сы, Стәрлетамаҡтағы 170-се уҡсылар дивизиялары фронтҡа киткән. 1941 йылдың сентябрендә 361-се уҡсы, 74-се, 76-сы кавалерия дивизиялары юлланған. “Алкин” станцияһында урынлаштырылған 17-се запастағы уҡсы бригада 1941 йылдың сентябрь – декабрь айҙарында ғына фронтҡа хәрби әҙерлекле 32 меңдән ашыу яугирҙе оҙатҡан.

Данға күмелгән
башҡорт дивизияһы


1942 йылдың апрелендә республика иҫәбенә ҡорал, иң һәйбәт аттар һәм барлыҡ хәр­би кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фронтҡа кит­кән. Уның составында башҡорттар 91,7% тәшкил иткән. Ә бер өлөшө Благовещен ҡа­ла­һында, икенсеһе Туймазыла ойошто­рол­ған 113-сө Башҡорт кавалерия дивизияһы 1942 йылдың 2 мартында тарҡалған. Уның айырым полктары фронтҡа һуңыраҡ киткән. Ҡалған өлөш Туймазылағы 9-сы запастағы полк һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡарамағына бирелгән.
Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп китмәй булмай: 112-се һәм 113-сө дивизияларҙы ойоштороу тураһында Дәүләт оборона комитеты тарафынан башта бер ниндәй ҙә бойороҡ булмаған. Республика партия өлкә коми­тетының беренсе секретары И. Аношин менән Башҡортостандың Халыҡ комиссариаты Советы рәйесе С. Ваһаповтың мөрәжәғәте буйынса комитет 1941 йылдың 13 ноябрендә ике башҡорт дивизияһын булдырыуға ризалығын биргән. Уларҙың һәр береһендә кәмендә өс алай (полк) һәм башҡа ғәскәри төркөмдәр булған. 1942 йылдың 1 ғинуарында 112-се дивизияла 3 713 яугир иҫәпләнгән. Ошо йылдың мартына ҡәҙәр дивизия тулыһынса комплект­ланып, апрелдә фронтҡа киткән һәм 1942 йылдың июнь башында Курск өлкәһенең “Турдей” станцияһындағы 8-се кавалерия корпусы составында һуғышҡа ингән.
Утлы ҡорал менән насар тәьмин ителгән дивизия шунда уҡ ҙур юғалтыуҙар кисергән. 1942 йылдың 3 ноябрендә командир М.М. Шайморатов республика етәкселәренә яугирҙәр һәм аттар һорап хат яҙған. Шул уҡ йылдың 30 декабрендә Ҡыҙыл Армияның кавалерия буйынса генерал-инспекторы генерал Обухов Сталинград һуғышында ҡатнашып бик күп һалдатын юғалтҡан дивизияны аяҡҡа баҫтырыу өсөн партияның өлкә комитетына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән, 1 мең яугир, 1,5 мең баш ат кәрәклеген белдергән.
Ярҙам, әлбиттә, күрһәтелгән, һәм был дивизияға Сталинград һуғышында артабан да ҡатнашырға мөмкинлек биргән. Әлеге яуҙа ярты яугирен, бик күп хәрби техникаһын, атын юғалтҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Ворошиловград (1958 йылдан – Луганск) өлкәһендә 8-се корпус составында (командиры — генерал-майор М. Борисов) булған. Ул яугирҙәр менән ни бары 45 процентҡа (сама менән — 2,5 мең яугир) комплектланған булған. Аттар менән иһә — 35, ҡорал һәм минометтар менән 30 – 40 процентҡа тәьмин ителгән. Бынан тыш, дивизия һуғыш припастарына (патрон, граната), башҡа һуғыш кәрәк-ярағына, аҙыҡ-түлеккә мохтажлыҡ кисергән.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, корпус командиры генерал Борисов командир М.М. Шайморатовҡа дошман тылына рейдҡа әҙерләнергә бойороҡ биргән. Генерал дивизияның хәлен аңлатып, рейдтан баш тартып ҡараған, ләкин Борисов уны тыңламаған.
1943 йылдың 11 февралендә дивизия үҙенең һуңғы юлына сыға. Дошман тылына үтеп инеп, ул ике аҙна самаһы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша һәм, ҡамауға эләгеп, тар-мар ителә. 20 февралдә дивизиянан ни бары 550 яугир ҡала, ә патронһыҙ һәм гра­на­таһыҙ был яугирҙәр төркөмөн 21 – 23 февралдә яңы алыштар көтә. Дош­ман­дың ҡамауын көскә йырып сыҡ­ҡандан һуң майор Т.Т. Кусимов полкында, мәҫәлән, ни бары 80 кеше ҡала. Уларҙы штабта көтөп ултырған дивизия командиры урынбаҫары полковник Г. Белов ҡаршы ала. Ҡаты ҡамауҙы йырып сыҡҡан саҡта генерал М.М. Шайморатов, дивизия комиссары Д.Ш. Аритҡолов һәм башҡа бик күп командир һәләк була. Шулай итеп, башҡорт халҡының ғорурлығы һаналған, дошман танктарына ҡылыс күтәреп ҡаршы барған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы юҡҡа сыға.
1943 йылдың 14 февраленән һуң ул 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы исемен йөрөткән. Рейдта иҫән ҡалған яугирҙәрҙе Ворошиловград (Луганск) ҡала­һының бер ситендә урынлаштырғандар. 1943 йылдың 9 мартында һалдаттар янына бүләктәр менән Башҡортостандан делегация килеп төшкән. Составында Сәғит Агиш, Кирәй Мәргән, Хәбир Ғәлимов, Ғата Сөләймәнов, Зәйтүнә Бикбулатова, Фәйзи Ғәскәров, Сәйет Исмәғилев һәм башҡалар булған. Улар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәлен үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтып, был хаҡта халыҡҡа еткергән.

Дөрөҫлөктө яҡларға бурыслыбыҙ

Ғәскәри частар ойоштороп, уларҙы кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп һуғышҡа оҙатыуҙан тыш, Башҡортостан халҡы фронтҡа башҡа төрлө ярҙам да күрһәткән. Оборона фондына улар 355 миллион һум аҡса йыйған, был сумма авиаэскадрильялар ойоштороу һәм танк колонналары өсөн тапшырылған. Мәҫәлән, “Комсомолец Башкирии” тип аталған авиаэскадрилья төҙөүгә — 20 миллион һумдан ашыу, “Башкирский истребитель” исемлеһенә 132 миллион һум аҡса йыйып бирелгән.
Республика халҡы фронтҡа һәм госпи­тал­дәргә бик күп йылы өҫ һәм аяҡ кейеме йыйып ебәргән, 362 вагон аҙыҡ-түлек тапшырған.
Башҡортостандың һуғыш йылдарындағы тарихында эҙ ҡалдырған тағы бер хеҙмәтте урап үтеп булмай. Ул — дошмандан азат ителгән өлкәләрҙең халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашыу. ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты һәм Хөкүмәт кәңәше буйынса Башҡортостан 1943 йылдың йәйенән алып Ворошиловград өлкәһен шефлыҡҡа алған һәм уның халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу маҡсатында бик ҙур ярҙам күрһәткән. Йыл аҙағына ҡәҙәр был өлкәгә 80 металл эшкәртә торған станок, 57 электр моторы, 91 вагонда төрлө сәнәғәт йыһазы, 143 трактор, 150 сәскес, 142 һабан оҙатҡан. 1944 йылда иһә Донбасс шахталарын аяҡҡа баҫтырыу өсөн 23,1 мең станок, электр моторы һәм башҡа эш ҡоралы, 400 кубометр ағас, 2 тонна тимерсыбыҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡ оҙатылған. Бынан тыш, Ворошиловград, Харьков, Сталинград, Курск, Смоленск, Воронеж, Ленинград һәм Тверь өлкәләренең ауыл хужалығын йәнләндереү маҡсатында 1943 – 1944 йыл­дарҙа республиканан 146 мең баш мал, шул иҫәптән 8,7 мең ат оҙатылған.
Хеҙмәтсәндәрҙең тырышлығын ил, Хөкүмәт үҙенсә баһаларға тырышҡан. 1942 — 1945 йылдарҙа республикала төрлө орденға — 987, миҙалға 879 кеше лайыҡ булған. Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында арымай-талмай эшләгәндәре өсөн 423 229 кеше “1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғы­шындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Шуныһы мөһим — мәктәптәрҙә, музей­ҙар­ҙа, күргәҙмәләрҙә тарихи дөрөҫлөккә тап килгән һандар, мәғлүмәттәр генә урын алырға тейеш. Беҙ, тарихсылар, тарихи дөрөҫлөктө яҡларға, уға тоғро булып ҡалырға бурыслыбыҙ.

Әхмәтгәрәй ЙӘНҒӘЛИН,
тарих фәндәре кандидаты.




Вернуться назад