Дөрөҫ түләтәләр05.06.2015
“Белгестәр йыл да өйөбөҙгә килеп, газ плитәһенең торошон тикшереп китә. Был эш һигеҙ-ун минутҡа һуҙыла. Плитәнең ул-был еренә нимәлер һөртәләр ҙә вәссәләм. Тикшергән өсөн беҙҙән 255 һум түләтәләр. Артыҡ күп түгелме икән был хаҡ?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иткәйне Учалы ҡалаһынан Байрамғоловтар ғаиләһе. Редакция ошо хәлде асыҡлау өсөн “Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһы менән бәйләнешкә инде һәм шундай йөкмәткеле яуап хаты алды:
“Газ плитәләрен тикшереүҙең ваҡыты, эш барышы Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше министрлығы сығарған фарманға ярашлы билдәләнә. Ул махсус ойошма менән “зәңгәр яғыулыҡ”ты ҡулланыусы араһында килешеү төҙөлгәс кенә башҡарыла. Респуб­ликалағы бындай йәмғиәт – “Газпром газ бүлеү Өфө”. Плитәне тикшереү өсөн түләү иҡтисади шарттарға (йүнәтеүселәрҙең эш хаҡы, өҫтәмә сығымдар), шулай уҡ килемдең минималь нормаһына нигеҙләнә. Техник хеҙмәтләндереү, йүнәтеү өсөн хаҡ кимәле дәүләт тарафынан көйләнмәй, ә Һарытау ҡалаһындағы “ГИПРОНИИГАЗ” йәмғиәтенең белгестәре тарафынан сығарылған, “Росгазификация” йәмғиәтенең фарманы менән раҫланған методик күрһәтмәләр буйынса иҫәпләнә.
Байрамғоловтар ғаиләһенең мөрәжә­ғәтен алғас, улар менән төҙөлгән киле­шеү яңынан тикшерелде һәм быйылғы апрелдәге прейскурантҡа ярашлы 258 һум 26 тингә техник хеҙмәтләндереү үткәрелгәне асыҡланды”.

Г. ҒӘБИТОВА әҙерләне.



Вернуться назад