Теләгегеҙ иҫәпкә алынаКүршем: “Тиҙҙән хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһын пластик картаға ғына күсереп торасаҡтар”, – тине. Миңә 83 йәш. Ул карточканың, банкоматтың нимә икәнлеген дә аңламайым. Аҡсаны почтальон килтергәндә бик уңайлы ине бит...
Ф. ШӘЙХИСЛАМОВ.
Ағиҙел ҡалаһы.
Бында борсолорға урын юҡ. Хаҡлы ялдағы кеше пенсияһын теләге буйынса почта бүлексәһе йәки кредит ойошмаһы аша алыу хоҡуғына эйә. Яҙма ғаризағыҙ юҡ икән, бер кем дә аҡсаны килтереү юлын үҙгәртә алмай (Рәсәй Пенсия фондының һәм Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының 2004 йылдың 16 февралендә раҫлаған ҡарары).
Бынан тыш, сәләмәтлегегеҙҙең торошо менән бәйле пенсияны алыу тураһындағы ҡағыҙға ҡул ҡуя алмаһағыҙ, быны туғандарығыҙ, күршегеҙ йәки танышығыҙ атҡарһа ла була. Ләкин улар шәхесен раҫлаған документын күрһәтергә бурыслы.
Ниңә бер үк түгел?Илебеҙ төбәктәрендә социаль торлаҡ биреү нормалары төрлөсә. Был нимәгә бәйле?
Зәлиә.
Кушнаренко районы.
Торлаҡ биреү нормаһы – социаль яллау договоры буйынса йәшәгән урындың дөйөм майҙанын билдәләү өсөн минималь күләм. Федераль закондар өҫтәмә майҙанға дәғүә итеү хоҡуғына эйә ҡайһы бер категория граждандарына, мәҫәлән, судьяларға, аныҡ норма билдәләй. Є башҡа дөйөм осраҡтар өсөн был норманы төбәк властары булдыра. Єммә уның күләмен ҡарағанда түбәндәгеләр иҫәпкә алынырға тейеш:
– Урындағы халыҡтың социаль яллау шарттарында торлаҡ менән тәьмин ителеше;
– Социаль яллау шарттарында бирелгән торлаҡ фондының торошо;
– Бындай йорттарҙың төҙөлөү тиҙлеге (Рәсәй Торлаҡ кодексының 50-се статьяһы).
Күреүегеҙсә, үрҙә әйтелгән факторҙар илебеҙ төбәктәрендә бер үк түгел. Майҙан нормалары ошоға бәйле килеп сыға ла инде.
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.