Машинам ҡайҙа булған тип аптырамағыҙ!05.06.2015
Быйыл февралдән республикала автомобилдәрҙе эвакуациялауға бәйле ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелде. Ул нисек тормошҡа ашырыла? Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары автоһәүәҫкәрҙәрҙе уйландырған ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерер өсөн баш ҡала урамдарына рейдҡа сыҡты.
Революцион урамында, “Үҙәк баҙар” туҡталышы эргәһендә машиналар ағымы ла, юл буйында ҡалдырылған “тимер ат”тар ҙа бихисап. Улар әлбиттә, юлда тығын барлыҡҡа килтерә. Күпләп кафе һәм магазиндар урынлашҡан тапҡырҙа машинаны эскәрәк индереп ҡуйыр өсөн махсус майҙандар булдырылған, әммә буш ер юҡ. Шуға ла “Туҡталҡа рөхсәт ителмәй” тигән билдә янына машинаһын ҡалдырып китеүселәр байтаҡ. Ғәҙәттә, транспорт хужаһы машинам 10 минут юл ситендә торһа, бер ни ҙә булмаҫ әле, тип уйлап яңылыша. Ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары менән тығыҙ бәйләнештә тәртип боҙоусыларға ҡаршы көрәш алып бара. Улар, әлбиттә, автомобилдең тыйылған урында оҙаҡ тороу-тормауын иҫәпкә алмай. Тик хәҙер, Башҡортостан парламентарийҙары законға индергән үҙгәрештәргә ярашлы, эвакуацияға әҙерләнгән автомобиль, хужаһы килеп өлгөргән осраҡта, штраф туҡталҡаһына оҙатылмай.
– Әгәр ҙә автомобиль хужаһы эвакуатор урынынан ҡуҙғалғансы килеп өлгөрһә, беҙ машинаны алып китмәйбеҙ. Тик барыбер штраф һәм бер аҙ хаҡ түләргә кәрәк. Еңел автомобилдәр өсөн ул, мәҫәлән, 480 һум, – тип аныҡлыҡ индерҙе Өфөнөң автомобиль ҡуйыу урындарын төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу идаралығы экспедиторы Роман Петинцев.
Шул уҡ үҙгәрештәргә ярашлы, автомобилде штраф туҡталҡаһында тотоуҙың тәүге 12 сәғәте бушлай, аҙаҡ сәғәтенә 25 һум тәшкил итә. Был үҙгәрештәр автоһәүәҫкәрҙәр һәм эвакуациялаусылар араһындағы көсөргәнеште кәметте һәм транспорт сараһын мөмкин тиклем тиҙерәк ҡайтарыу мөмкинлеген бирҙе, ти депутаттар.
– Ҡалала тыйылған урындарҙа ҡалдырылған автомобилдәрҙе эвакуациялау башланғас та халыҡта күп һорау тыуҙы. Бәхәсле осраҡтар ҙа йыш була. Беҙ был мөрәжәғәттәрҙе тикшерҙек. Үҙебеҙҙең яҡтан эвакуациялау эшенең уңайлы, тәртипле ойошторолоуын теләп, Административ кодексҡа ошо үҙгәрештәрҙе индерҙек, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары Наил Ғиззәтуллин.
Депутаттар һәм журналистар десанты килеп төшкән ерҙә ЮХХДИ инспекторы лейтенант Григорий Буслов эшләй ине.
– Водителдәр йыш ҡына “Туҡталҡа рөхсәт ителмәй” тигән билдәне күрмәмешкә һалыша. Әммә улар тәү сиратта башҡаларға ҡамасау тыуҙырғанын онотмаһын ине, – тип иҫкәртә лейтенант.
Машинаны эвакуациялар алдынан шаһиттар саҡырылды. Үҙен Алина тип таныштырған ҡатын 11 йыл элек рулгә ултырған. Ул бик яуаплы водитель булып сыҡты. Быйылға уның штрафтары юҡ, машинаһын да бер тапҡыр ҙа тейәп алып китмәгәндәр. Эвакуаторға мендерә башлаған тәүге машинаның хужаһы биш минуттан уҡ килеп етте. Юл ҡағиҙәһен боҙоуын инҡар итмәне. Эвакуация өсөн шунда уҡ түләне лә машинаһын алып китте. Уның телефонына машинаһын алып китергә йыйыныуҙары тураһында иҫкәртеүсе СМС хәбәр килгән икән. Шуға ла “тимер ат”ын йәһәт кенә ҡотҡара алды водитель.
– Әлбиттә, хужа килеп өлгөргәндә, машинаны шунда уҡ алып ҡалыу мөмкинлеге булыуы бик уңайлы. Былай ҙа эш күп. Әле лә офисҡа ун минутҡа ғына документтар юллап ингәйнем. Әгәр машинаны алырға тағы икенсе урынға барырға тура килһә, кәм тигәндә бер-ике сәғәт ваҡытымды юғалтыр инем. Ә былай ун минутта мәсьәлә хәл ителде, – тип яңы үҙгәрештәрҙе хупланы водитель һәм артабан юл ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа, иғтибарлыраҡ булырға һүҙ бирҙе.
Революцион урамдан йәмғеһе бер тиҫтә самаһы машина эвакуацияланды, автомобиль хужаларының күбеһе “тимер ат”тарын урында уҡ алып китте.
Артабан Пархоменко урамындағы эвакуацияланған машиналар туҡталҡаһына килдек. Бында беҙҙе Автомобиль ҡуйыу урындарын төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу буйынса муниципаль бюджет учреждениеһы директоры Тәлғәт Ғәҙелшин ҡаршы алды.
– Туҡталҡаларҙы төҙөкләндереү эше туҡтағаны юҡ. Әле бында Совет, Ленин, Киров райондарында эвакуацияланған машиналарҙы алып киләләр, – тине ул. – Өфө буйлап көн һайын 24 эвакуатор эшкә сыға. Машинаһын алған водителдәргә уңайлы булһын өсөн банкоматтар, сәй, ҡәһүә аппараттары ҡуйҙыҡ. Нисек кенә булмаһын, көнөнә яҡынса 200-ҙән ашыу водитель килә был туҡталҡаға.
Хәҙер шулай уҡ һәр махсус ҡуналҡала ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй. Улар транспорт сараһын ҡайтарыу тураһында ҡарарҙар ҡабул итә. Был айырыуса уңайлы, сөнки автомобиль хужаһына Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлегенә барып йөрөргә кәрәкмәй. Тағы бер яңылыҡ – оператив рәүештә мәғлүмәт алыу мөмкинлеге.
Яңы сервис ярҙамында һәр автоһәүәҫкәр транспорт сараһының эвакуацияланыуы тураһында белә ала. Бының өсөн махсус сайтта теркәлергә кәрәк. ЛКВ02 ресурсында тейешле формаларҙы тултырып, телефон номерын яҙғандан һуң, автомобилегеҙ штраф туҡталҡаһына киткән осраҡта телефонығыҙға СМС-хәбәр киләсәк. Яҡын урында булһағыҙ, машинағыҙҙы тиҙ арала “ҡотҡара” алаһығыҙ. Шулай ҙа юл ҡағиҙәләрен боҙмау хәйерлерәк, сөнки “Туҡталҡа рөхсәт ителмәй” тигән билдә янына машинаны ҡуйған осраҡта штраф 1500 һум тәшкил итә.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Автомобилде нисек ҡайтарырға?
1. Өфөлә машинағыҙ үҙегеҙ ҡалдырған урындан юҡҡа сыҡһа, 237-02-02 йәки 237-84-80 телефондарына шылтыратып, ЮХХДИ-ҙың юл-патруль хеҙмәтендәге дежур бүлеккә хәлде аңлатығыҙ, автомобилдең маркаһын, моделен, дәүләт номерын, шулай уҡ ҡалдырған урынды әйтеп бирегеҙ.
2. Парковка ҡағиҙәләрен боҙған өсөн машинағыҙҙы штраф ҡуналҡаһына алып китһәләр, һеҙгә уның адресын әйтерҙәр. Барып, транспорт сараһын һаҡлауға ҡабул итеү актының күсермәһен алырға кәрәк. Машинағыҙҙы ентекләп тикшерегеҙ: йәмшәйгән, сыйылған урындары юҡмы? Был эште башҡарған компаниянан транспорттың эвакуацияға тиклемге фотоһын һорап алырға ла мөмкин.
Штраф ҡуналҡаларында (Пархоменко урамы, 313/1 йәки Трамвай урамы, 2а) иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары дежурҙа тора. Улар мәғлүмәт базаһы аша машинаны тикшергәндән һуң уны ҡайтарыуға рөхсәт бирә.
3. Машинағыҙ киске 8-ҙән һуң эвакуацияланһа, штраф ҡуналҡаһынан алынған ҡабул итеү актын тотоп, ЮХХДИ-ҙың юл-патруль хеҙмәтенә (Урман техникумы урамы, 20/1) барығыҙ. Бында протокол төҙөү йәки административ тәртип боҙоу тураһында ҡарар сығарыу өсөн 1-02-се йәки 1-05-се кабинеттарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
4. Ошо документтар менән штраф ҡуналҡаһына барып, эвакуация һәм автомобилде һаҡлау хаҡын түләргә кәрәк. Шунан һуң “тимер ат”ығыҙҙы һеҙгә ҡайтарып бирәсәктәр. Хаҡты ҡуналҡалағы кассаға түләргә мөмкин.
Транспортты тейәгән, алып киткән һәм һаҡлаған өсөн сығымдарҙы ҡаплау уның хужаһына йөкмәтелә.