Даими иғтибарға мохтаж05.06.2015
Бөгөн экологик календарҙағы мөһим даталарҙың береһе – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө – билдәләнә.
Байрам 1972 йылда экология проблемаларына арналған Стокгольм конференцияһында булдырылған. Йыл һайын 100-ҙән ашыу илдә Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөн уҙғарыу йәмғиәттең иғтибарын планетаны һәләкәттән ҡурсалау проблемаларына йәлеп итеүгә өлөш индерә һәм кешенең тәбиғәт ресурстарына мөнәсәбәтен үҙгәртеү кәрәклеген иҫкәртә.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев әйтеүенсә, беҙҙә тәбиғәт ресурстарын һаҡсыл файҙаланыу һәм экологик именлекте тәьмин итеү буйынса байтаҡ программа тормошҡа ашырыла, ижтимағи хәрәкәт арта.
“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, республика предприятиелары тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм тәбиғәт ресурстарын тейешенсә файҙаланыуға 6 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Һыу ресурстарын һаҡлауға һәм һөҙөмтәле тотоноуға, атмосфера һауаһын һәм ерҙәрҙе хәстәрләүгә лә сығымдар бүленә.
Заманса экология фәненең теорияһына АҠШ ғалимы Барри Коммонер нигеҙ һалған тип иҫәпләнә. Әйткәндәй, уның ата-әсәһе Рәсәй империяһынан эмиграциялаған булған. Б. Коммонер атом ҡоралы һынауҙарының Ер экологияһына ҡот осҡос йоғонто яһауы тураһында сығыштар яһап та билдәлелек ала, бөтөн тәғлимәтте дүрт ябай ғына принципҡа туплай:
* Бөтә нәмә бер-береһенә бәйле, йәғни бар донъя – бөтөн, айырылғыһыҙ төшөнсә.
* Бар нәмә нимәгәлер әйләнә, йәғни бер ни ҙә эҙһеҙ ғәйеп була алмай, донъяла туҡтауһыҙ матдә әйләнеше бара.
* Тәбиғәт бар нәмәне лә яҡшыраҡ белә, йәғни тирә-яҡты «яҡшыртҡанда» бик һаҡ булырға, башта айышына төшөнөргә кәрәк, кире осраҡта һәйбәт ниәт менән дә насар һөҙөмтәләргә юлығырға мөмкин.
* Бер нәмә лә бушлай бирелмәй, йәғни кешенең тәбиғәтте «еңеүенең» һәр осрағы уның үҙе өсөн юғалтыуҙар менән бәйле.