Туризмды үҫтереү ниәтендә05.06.2015
«Башҡортостан Республика­һының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы һәм тәбиғәт паркы булған «Ҡандракүл», «Асылыкүл», «Ирәмәл», «Мораҙым тарлауығы» дәүләт бюджет учреждениелары бер дирекция итеп ойошторолдо.

Берләшмә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы­на ҡарай. Уның эшмәкәрлегенең маҡсаты — Башҡортостанда айырыуса һаҡланған тә­биғәт биләмәләренең эшләүен тәьмин итеү, биологик төрлөлөк­тө тер­ге­ҙеү һәм һаҡ­лау, үҫем­лектәр һәм йән­лектәр­ҙең һирәк осраған төр­ҙә­­рен ҡурсалау, туризм өсөн шарттарҙы яҡшыртыу.
— Әлегә тиклем бөтә тәбиғәт парктары дәүләт ҡаҙна учреждениеһы статусына эйә ине. Беҙҙең Министрлыҡ идара итеүҙең иң ҡулай алымдарын даими эҙләй. Төрлө йылдарҙа булдырылған һәр парк ыңғай тәжрибә туплаған. Идара итеүҙең заманса механизмы тәбиғәт объекттарын һаҡлауҙа берҙәм сәйәсәт алып барырға һәм бюджет аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк, был әлеге иҡтисади шарттарҙа бик мөһим, — тип аңлатма бирҙе респуб­ликаның тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин.


Вернуться назад