Ҡытай телен өйрәнергә кәрәк05.06.2015
Студент йылдары — ғүмерҙең иң сағыу, дәртле, бәхетле һәм онотолмаҫ мәле. Бындай мөғжизәле осор йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн, ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, төрлө сарала әүҙем ҡатнашыу мөһим. БДУ-ның Сибай институты студенты Гөлсөм Исламова ла йәшлек йылдарын файҙалы үткәрергә тырыша.
Сығышы менән Учалы районының Килмәк ауылынан ул. Уңған, тырыш, аҡыллы ҡыҙ яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Мәктәпте тамамлағас, “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән һорау тыумай, башланғыс кластарҙа уҡ инглиз телен мөкиббән яратҡан Гөлсөм документтарын Сибай институтының сит ил филологияһы факультетына тапшыра. Диплом эше — инглиз теле һәм әҙәбиәте буйынса.
— Сит телдәрҙе өйрәнеү кешенең мөмкинлектәрен арттыра, донъя күрергә, башҡа ҡитғаларҙан дуҫтар табырға ярҙам итә, — ти Гөлсөм.
Ҡыҙҙың хыялдары яйлап бойомға аша. 2012 йылда уға университет студенттары менән бергә Польша, Чехия, Франция, Германияға сәйәхәт ҡылыу бәхете тейә. Был илдәрҙең матурлығы, халҡының изге күңеллелеге, йолаларына тоғролоғо, тарихи ҡомартҡыларына һаҡсыл булыуы хайран ҡалдыра. Көнбайыш йәштәре үҙ тарихын ныҡлы өйрәнә, тыуған илендә йәшәүе менән ғорурлана. “Ә бына беҙҙең ҡайһы бер егет-ҡыҙҙарыбыҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныу түгел, туған телендә һөйләшергә ояла. Был бик үкенесле”, — ти Гөлсөм.
Былтыр ноябрҙә ул БДУ-ның Сибай институты студенттары менән бергә Ҡытайҙа уҙғарылған «Enactus» бизнес-идеялар халыҡ-ара конкурсында Рәсәй намыҫын яҡлай, унда тәржемәсе ролен үтәй. Йәштәр сит тарафта уңышлы сығыш яһап ҡайта.
— Ҡытайҙа 36 илдән килгән командалар араһында һынау тоттоҡ. Баһалама ағзалары – донъяға билдәле бизнесмендар, күбеһе Ҡытай эшҡыуарҙары булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, финалға үтмәнек. Ҡыҙыу һәм сәмле ярышта Ҡытай — беренсе, Марокко командаһы икенсе урынға сыҡты, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Гөлсөм.
— Ҡытай халҡының тырыш, эшһөйәр, ярҙамсыл булыуы әсир итте. Улар эшһеҙ тормай, ҡырмыҫҡалай етеҙ. Беҙ йәшәгән йорт алдында яңы бина һалалар ине. Килгәнебеҙҙә уның беренсе ҡатын төҙөһәләр, бер аҙна эсендә өсөнсөһөн күтәреп тә ҡуйҙылар. Ә беҙҙә бындай эш оҙаҡҡа һуҙылып китә. Ҡытайҙар бик ярҙамсыл, йәштәр ололарҙы хөрмәт итә белә. Уларҙың ихтирамлы булыуын күреп, һоҡланып ҡайттыҡ. Ошо сифаттары автобуста йөрөгәндә лә күренә — транспортҡа инеү менән өлкәндәргә урын бирергә ашығалар.
Ҡытайҙарҙың аш-һыуы ғына оҡшамай Гөлсөмгә — халыҡ, нигеҙҙә, дөгө ашы, сусҡа ите менән туҡлана. Тәлмәрйендән, төрлө бөжәктән бешерелгән ризыҡты үҙ итә алмай.
— Ҡытайҙарҙың урыҫ телен яҡшы белеүе аптыратты, — ти Гөлсөм. — Айырыуса баҙар һатыусылары иркен аралаша. Башҡа ил вәкилдәре менән инглизсә һөйләшәләр, беҙгә урыҫса өндәшәләр. Әммә шуныһы оҡшаманы: һатып алыусыларҙы күп осраҡта алдайҙар.
Cтуденттар Ҡытай стенаһына ла бара. Ике мең тупһанан йәйәүләп күтәрелеү еңелдән булмай, шулай ҙа сәғәт ярым эсендә бейеклекте яулайҙар.
Гөлсөмдөң иң иҫендә ҡалғаны — сәй ҡаласығына барыуҙары. Унда Ҡытай сәйенең биш төрөн тәмләп ҡарайҙар.
— Бик оҡшаны, хәҙер ысын эсемлектең нисек булғанын яҡшы беләм. Уның еҫе лә, тәме лә башҡа һәм бик ҡиммәт тора: 100 грамы ғына — 700 һумдан ашыу, — ти Гөлсөм. — Эсемлекте бәләкәй кәсәләргә ҡойоп бирәләр. Яҡындарыма күстәнәскә сәй алып ҡайттым. Иң ҡыҙығы шул: Ҡытайҙың был эсемлеген бер бешерһәң, көн дауамында уны ете тапҡыр эсергә мөмкин. Һуңынан киптереп, икенсе көндә лә ҡулланырға мөмкин. Ғөмүмән, ошо рәүешле өс көн файҙаланырға була.
Ҡытайҙар рәсәйҙәрҙе хөрмәт итә. Башҡортостан тураһында ишетмәһәләр ҙә, Урал тауҙарын яҡшы беләләр. Беҙ, ҡытайҙар бер-береһенә игеҙәк кеүек оҡшаған, тип уйлайбыҙ. Улар, киреһенсә, Рәсәй халҡы йөҙгә бер төрлө, хатта айырып булмай тигән фекерҙә.
Пекин урамдары бик таҙа. Унда беҙҙәге һымаҡ сүп-сар һауыттары юҡ. Урам һепереүсе велосипедына бәләкәй генә арба тағып ала ла, ҡыйҙы шунда йыйып, ҡала ситенә сығарып түгә. Ә бына һауалары бысраҡ, завод-фабрикаларҙан сыҡҡан төтөн томан һымаҡ күренә. Кешеләр, ғәҙәттә, битлек кейеп йөрөй. Ғөмүмән, сит илдә ни тиклем генә яҡшы булһа ла, үҙебеҙҙең хозур тәбиғәтле Башҡортостаныбыҙға етмәй.
Шулай итеп, фәһемле, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сәфәргә барып ҡайта Гөлсөм Исламова. Хәҙер скайп аша Марокколағы, Индонезиялағы дуҫтары менән аралаша. Йәштәргә сит телдәрҙе мотлаҡ өйрәнергә кәңәш итә ул.
Киләсәктә Гөлсөм сит илдә стажировка үтергә хыяллана. Ҡытай телен мотлаҡ өйрәнергә кәрәк тигән фекергә килгән. Әйтергә кәрәк, Гөлсөм французса ла яҡшы белә. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсында ҡатнашып, әҫәрҙең 100 юлын шул телдә һөйләп ишеттергән, сертификат менән бүләкләнгән.
Әле, диплом яҙыуҙан тыш, ғилми эҙләнеү менән мәшғүл. “Тыуған ауылымдың тарихында ер-һыу атамалары” тигән хеҙмәт әҙерләй. Легенда-риүәйәттәрҙе ауылдаштарынан, өлкән быуын вәкилдәренән, өләсәһе Нурия Исламованан яҙып алған.