“Ҡан-ҡәрҙәштәргә — китап”05.06.2015
Әҙәбиәт йылы уңайынан “Башҡортостан” гәзите редакцияһы, баҫмабыҙҙы уҡыусыларҙың, зыялыларыбыҙҙың ярҙамына таянып, “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап” акцияһын башланы, тип хәбәр иткәйнек инде.
Милләттәштәребеҙҙең байтағы Башҡортостандан ситтә йәшәй. Республика нәшриәттәрендә сыҡҡан китаптар Рәсәй төбәктәренә барып етмәй, шуға күрә сит өлкәләрҙә көн иткән халҡыбыҙ вәкилдәре туған телебеҙҙә аралашыуға зар-интизар.
Ошондай күңел кисерештәре менән уртаҡлашҡандар, аралашыуға сарсағандар, ысынлап та, бихисап. Әйҙәгеҙ, ситтә йәшәгән милләттәштәргә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәйек. Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында һәм башҡа яҡтарҙа төпләнгән башҡорттар туған телендә уҡып ҡыуанһын! Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән милли китаптар көтөп ҡалабыҙ!
Тулыраҡ мәғлүмәтте 272-05-43, 272-16-24 телефондарына шылтыратып белә алаһығыҙ.
Әйткәндәй, акцияға Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла ихлас ҡушылды. Улар милләттәштәребеҙгә шәхси архивынан китаптар бүләк итте.