Күршеләрҙә ниҙәр бар?05.06.2015
Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында башҡорт һабантуйы уҙҙы.
Гөрләп торған майҙанда тоҡ менән һуғышыу, тоҡ кейеп йүгереү, бағанаға үрмәләү, арҡан тартышыу һәм милли көрәш кеүек йолаға әйләнгән ярыштар уҙғарылды. Манғыштау өлкәһе, Аҡтау ҡалаһы хакимиәттәре, “Нур Отан” халыҡ-демократик партияһы, Манғыштау өлкәһенең Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы һәм “Салауат” башҡорт мәҙәни үҙәге ойошторған сарала республикабыҙ артистары ла ҡатнашты. Башҡорт этномәҙәни берекмәһе ағзалары Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан рәхмәт хаттары алды. Бынан тыш, башҡорт мәҙәни үҙәгенә ике милли кейем һәм сувенир һауыттар бүләк ителде.

* * *
Силәбе өлкәһендә урындағы етәкселек мосолман ойошмаһы менән берлектә “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тергеҙергә йыйына. Уҡыу йорто Троицк ҡалаһында барлыҡҡа килергә тейеш. 21 майҙа үткән “Рәсүлиә уҡыуҙары”нда ошо мәсьәлә буйынса ҡарар ҡабул ителгән.
Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенән хәбәр итеүҙәренсә, мәҙрәсәне ваҡытында күренекле дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлев һалдырған. Шуға конференция барышында төҙөлөштө ҡаланың мосолман ойошмаһына тапшырыу мәсьәләһе лә ҡаралған. “Беҙ Силәбе дәүләт университетының Троицктағы филиалы ҡарамағында булған иҫке мәҙрәсәне кире ҡайтарырға әҙерләйбеҙ. Тергеҙелгәндән һуң мәҙрәсә Урал федераль округында берҙән-бер махсуслаштырылған уҡыу йорто буласаҡ”, — ти ҡала хакимиәте башлығы Александр Виноградов.

* * *
Өфө дәүләт нефть техник университеты Ҡытайҙың юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Юғары уҡыу йорто ректоры Рәмил Бәхтизиндың, стратегик үҫеш буйынса проректор Марат Хөсәйеновтың һәм Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек идаралығы етәксеһе Наил Чанышевтың Ҡытай нефть университетына рәсми сәфәре барышында ошо хаҡта һөйләшеп килешелде.

Өфө дәүләт нефть техник университетының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, сәфәр барышында ике вуздың фән һәм белем биреү буйынса хеҙмәттәшлеге, академик мобиллек хаҡында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Атап әйткәндә, документ студенттарға телде өйрәтеү өсөн уҡытыусылар менән алмашыуҙы күҙ уңында тота. Ҡытай нефть университеты хеҙмәткәрҙәре Өфөлә — ҡытай, ә Өфө дәүләт нефть техник университетыныҡылар Пекинда рус теленән уҡытасаҡ. Шулай уҡ бакалавр һәм магистр программалары буйынса “икеләтә диплом” программаһы ҡаралған. Бынан тыш, өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары, ғилми эштәр буйынса мәғлүмәт менән алмашыу буласаҡ.


Вернуться назад