Яңыраҡ З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала Төркиәнең “ТРТ” телерадиокомпанияһы журналистары булып китте. Улар төрки донъяһының күренекле ҡатын-ҡыҙҙары хаҡында тапшырыуҙар әҙерләй икән. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева – шул исемлеккә ингән гүзәл зат вәкилдәренең береһе. Төрөк хәбәрселәренә З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Айгөл Буранғолова бик күп мәғлүмәт әҙерләгән. Халыҡ яҙыусыһының 1942 йылда сыҡҡан “Партизан малай” китабынан алып һуңғы әҫәрҙәренә тиклем барлыҡ ижад емештәре тиерлек күрһәтелгән. Ҡунаҡтарҙы бигерәк тә китапхана өсөн 1977 йылда биргән автографы ҡыҙыҡһындырҙы.
Әйткәндәй, Төркиәнең ижади төркөмө үҙ илдәренең, Кипрҙың, Ғағаузияның (Молдова), Ҡырғыҙстандың, Ҡаҙағстандың, Төркмәнстандың, Ҡырымдың, Һиндостандың күренекле ҡатындары тураһында фильм төшөргән дә инде.
– Беҙ төрки донъяһы хаҡында тапшырыуҙар әҙерләү хаҡында күптән хыяллана инек. Булған фильмдарҙа гүзәл заттың бик аҙ күренеүенә иғтибар иттек, шуға күрә ҡатын-ҡыҙға лайыҡлы һәм тейешле иғтибар бүлдек, – тине тапшырыуҙарҙың етәксеһе Рафет Коксал.