Румил АҘНАБАЕВ: “Ҡоролтай — ул халыҡ ойошмаһы”05.06.2015
Румил АҘНАБАЕВ: “Ҡоролтай — ул халыҡ ойошмаһы” Башҡорт халҡы борон-борондан матур ғәҙәт буйынса үҙенең иң сетерекле һәм көнүҙәк мәсьәләләрен дөйөм йыйындарҙа тикшергән, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул иткән. Был кешеләрҙе туплау, берлектә эшләтеү сараһы булып, халыҡтың сәйәси һәм иҡтисади тормошона ҙур йоғонто яһаған. Нисек кенә булмаһын, тәүге башҡорт ҡоролтайҙарының эшмәкәрлеге милли хәрәкәт, дәүләт ҡоролошо тарихында ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. 1919 йылдың мартында Башҡорт совет автономияһын иғлан итеү ҙә улар менән туранан-тура бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо осорҙа был йола онотолоп ҡала, һәм теүәл 70 йыл үткәс, 1995 йылдың 1-2 июнендә Башҡортостан тарихында мөһимдәрҙән-мөһим ваҡиға булып тарихҡа яҙыла: донъя башҡорттары үҙҙәренең тәүге Ҡоролтайына йыйыла. Йыйында йәмғиәтебеҙҙең барлыҡ ҡатлам вәкилдәре — эшселәр, хеҙмәткәрҙәр, аграрийҙар, эшҡыуарҙар, предприятие, ойошма һәм хужалыҡ етәкселәре — ҡатнаша.
Тарихһыҙ киләсәк юҡ тигәндәй, беҙ ҙә “Башҡорт донъяһы”ның бөгөнгө сығарылышын, ошо әһәмиәтле ваҡиғаны йәнә бер иҫкә төшөрөп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында фекер алышыуҙан башларға ҡарар иттек. Әңгәмәсебеҙ — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе, республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Румил АҘНАБАЕВ.

— Румил Тәлғәт улы, бик булмаһа, хәтер йом­ғағын 20 йыл элек булған ваҡиғаларҙан һүтә баш­лайыҡ әле. Нисегерәк үтте ул тәүге Ҡоролтай?
— Йыйынды әҙерләүгә һәм үткәреүгә йөҙҙәрсә кеше тырышлыҡ һалды. Ул көндәрҙә Башҡортостанға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән генә түгел, Америка Ҡушма Штаттарынан, Япониянан, Германиянан, Төркиәнән, Франциянан, Ҡытайҙан, Көньяҡ Африка Республикаһынан, Перуҙан, Һиндостандан, Польшанан, Венгриянан, Италия һәм Швейцариянан, элекке СССР дәүләттәренән ҡунаҡтар ағылды. Рәсәй Федера­цияһының башҡорттар иң күп йәшәгән 28 субъекты Ҡоролтайға 150-гә яҡын кеше ебәргәйне. Айырыуса ҙур делегациялар Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкә­ләренән, Пермь крайынан һәм Татарстандан булды.
Алыҫ илдәрҙән килгәндәр араһында башҡорт милләтен, халҡыбыҙ тарихын өйрәнеүсе арҙаҡлы шәхестәр күп ине. Мәҫәлән, Нью-Йорк штатының Бингхамтон университеты профессоры, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы Стюарт Донелли боронғо башҡорттар тарихын тикшереү буйынса үҙенсәлекле хеҙмәттәре менән билдәле. Венгриянан Йожеф Торманың исеме лә беҙгә таныш, башҡорттоң этник мәҙәниәтен һәм телен яҡшы үҙләштергән белгес ул. Германиянан “Азатлыҡ” университеты профессоры Маргарет Эрзен-Раш башҡортса таҙа һөйләшеп бөтәһен хайран ҡалдырҙы. Милләтебеҙҙең бөйөк улы Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туғанды, Истанбулдың “Баязит” университеты профессоры Хәлил Асыҡкүҙҙе, Ҡа­зан­дан академик Мирфәтих Зәкиевте һәм башҡаларҙы Ҡоролтай делегаттары көслө алҡыштар менән ҡаршы алды.
Ғөмүмән, беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, рухи ҡиммәт­тәрен һаҡлауға, башҡорт этносының артабан тупланыуына, республика дәүләтселеген үҫтереүгә яңы өмөт уятты.
— Тимәк, республика халҡы Башҡортостандың фәнни, иҡтисади, мәҙәни ҡеүәтен барлыҡ донъя алдында күрһәтеү мөмкинлеген киң файҙалана алған ул көндәрҙә?
— Ситтән килгән ҡунаҡтар Башҡортостандың Фәндәр академияһында, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғил­ми үҙәгендә, министрлыҡтарҙа осрашыуҙарҙа ҡат­нашты. Республика ҡалаларынан һәм райондарынан һайланған делегаттар Өфөнөң төрлө предприятиеларына барҙы, уларҙың эше менән танышты. Башҡорт милләтен яңыртыуға туранан-тура ҡағылышлы проблемалар Ҡорол­тайҙың тиҫтәләгән секцияһында ҡаралды. Иң мө­һиме — башҡорттарҙың һәм Башҡортостан Республи­каһынан ситтә йәшәгән милләттәштәрҙең берләшеүенә ярҙам итеү, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, социаль-иҡтисади хәлебеҙҙе, рухи-мәҙәни тормошто яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыу­лыҡты нығытыу маҡсатында йәмәғәт ойошмаларының “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” халыҡ-ара берлеге төҙөлдө. Рәйесе итеп күренекле йәмәғәт эшмәкәре, профессор, тарих фәндәре докторы Нияз Мәжитов һайланды.
— II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтеүгә лә ике тиҫтә йыл уҙҙы. Халҡыбыҙ ошо осорҙа ярайһы уҡ ҙур үҫеш, яңырыу кисерҙе. Тел, мәҙәниәт, милли аң яңы кимәлгә күтәрелде. Башҡарылған эштәр аҙ түгел, әммә атҡарылаһылары күберәк, хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр етерлек...
— Шулай... Ғөмүмән, Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы эшмәкәрлегендә тарих, милли аң мәсьәләләре һәр ваҡыт тәүге урында тора. Мәҫәлән, Һөйәнтүҙ фажиғәһе ҡорбандарының, шағир-мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң, милли геройыбыҙ Батырша Әлиевтең, йәмәғәт эшмәкәре Зәки Вәлидиҙең исемдәрен мәңге­ләштереү буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Башҡарма комитеттың республика, ил кимәлендә үткәрелгән сара­ларҙы ойоштороуҙа ла өлөшө ҙур. Тарих комиссияһы менән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен халыҡҡа ҡайтарыу йәһәтенән әүҙем эшләнде. Заманында исеме киң таралмаған, әммә тарихыбыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә шәхесте — Уралда тәүге нефтте тапҡан Нәзир Ураз­мәтовты — күтәреп сыҡтыҡ, уның хеҙмәттәренә арнап “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙек. Геология өлкәһендә тәүге башҡорт ғалимы, девон нефте буйынса ғилми эштәр авторы Ҡадир Тимерғазиндың исемен данланыҡ. Пермь крайы башҡорто, беренсе мәғдән сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимовтың шәхесен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса ифрат уңышлы эш башҡарылды. Ул бит илдә тәүге техник уҡыу йортон, йәғни Санкт-Петербургтағы Тау институтын, астырған, үҙ аҡсаһына бер нисә йыл ошо учреждениены, студенттарҙы тәьмин итеп торған кеше.
Беҙ Тасимовтың шәхесен өйрәндек, шәжәрәһен төҙөнөк, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрҙек, Санкт-Петербургка барып, Тау институты диуарына үҙебеҙҙең таҡтаташты ҡуйҙыҡ. Беҙҙең генә түгел, ә бар Рәсәй өсөн күренекле хеҙмәт булды был.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ойошторған автоуҙыштар хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп китәйем. Уның тәүгеһе Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайынан ойошторолоп, барлыҡ тарихи Башҡорт­останды солғағайны. Икенсеһе иһә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән юлдарҙы барлап, “Өфө — Берлин — Өфө” маршруты буйынса үтте.
2012 йылдан алып “Сәләмәт тормош өсөн көрәш” акцияһына ярашлы “Айыҡ ауыл” конкурсы уҙғарыла. Изге башланғысыбыҙ иғтибарһыҙ ҡалманы, хәҙер “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә башҡа милләт халыҡтары ла ҡатна­шырға теләй. Бөтөн республика күтәреп алһа, бигерәк тә яҡшы булыр, афәтте күмәк көс менән еңеүгә ышаныс артыр ине. Эйе, беҙ конкурс үткәреп кенә алкоголле эсемлектәрҙе бөтөрөүгә иҫәп тотмайбыҙ. Тик кеше аңлы рәүештә уға ҡулын һуҙмай, эскелек һаҙлығына батмай икән, бына шул — еңеү.
— Ҡоролтайҙың Рәсәй һәм сит ил юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләүен дә беләбеҙ...
— Ысынлап та, был йәһәттән тәжрибә тупланған. Йыл һайын маҡсатлы программа буйынса төрлө тарафта йәшәгән милләттәштәребеҙгә урта махсус, юғары уҡыу йорттарына квоталар юллайбыҙ, республи­кабыҙҙағы йәйге лагерҙарҙа ялдарын ойошторабыҙ, телде, тарихты һәм мәҙәниәтте өйрәнеү буйынса өҫтәмә дәрестәр нәшер итеүҙә булышлыҡ күрһәтәбеҙ, башҡорт­тар күпләп йәшәгән төбәктәргә үҙебеҙҙең телдәге китаптарҙы оҙатабыҙ, БЮТ һәм “Юлдаш” радиоһы каналдарын көйләйбеҙ.
— Телде өйрәнеүгә килгәндә, Башҡорт ҡоролтайының иң мөһим бурыстарының береһе — телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу тиһәк, моғайын, хата булмаҫ. Аңлауыбыҙса, был йәһәттән дә күп эшләнә. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине.
— Һүҙ ҙә юҡ, ысынлап та шулай. Телебеҙ бар икән, тимәк, халҡыбыҙ, илебеҙ йәшәй. Телде һаҡлауҙың мөһимлеге Ҡоролтайҙың программаһында ла, уставында ла яҙылған. Ике йыл элек “Рәсәй Федера­цияһында мәғариф тураһында” Закон ҡабул ителгәйне. Уның проектына беҙ Ҡоролтай исеменән бер нисә пункт индерҙек, хатта статья тип атарға ла булалыр. Белеүебеҙсә, закон проектында дәүләт телдәрен мотлаҡ уҡытыу хаҡында пункт юҡ ине. Беҙ уны индереүгә өлгәштек, хәҙер инде республикала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ Рәсәй законына ярашлы уҡыта алабыҙ. Икенсеһе — туған телдәрҙә белем биреү мәсьәләһе. Һәр бала үҙ телен өйрәнеү мөмкинлегенә эйә булды. Ул да тәүге проектта юҡ ине. Был — Башҡорт ҡоролтайының ҙур ҡаҙанышы. Ошондай статьялар беҙҙең закондарға ла инде.
— Һеҙ бер сығышығыҙҙа Ҡоролтайҙың пай ерҙәренә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе өйрәнеүгә лә ныҡлап тотоноуы хаҡында әйткәйнегеҙ. Был өлкәлә хәл, ысынлап та, шулай сетереклеме?
— Йәшерен-батырыны юҡ, халыҡтың үҙәгенә үтте ул пай мәсьәләһе. Күптәр ерҙәрен ни эшләтергә, табыш алыу юлын нисек табырға тип аптырана. Бөгөн был тәңгәлдә эш насар бара, ҡайһы берәүҙәр ере барлығын да белмәй. Пай өсөн һалым түләнә, ә файҙаһы юҡ.
Ауылдағы киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итмәһәк, һис шикһеҙ, Ҡоролтай эшмәкәрлегенең әһәмиәте юғаласаҡ. Әгәр маҡсатыбыҙға өлгәшһәк, урындарҙа мәктәптәр, участка дауаханалары һаҡланыр, халыҡ та бәхет эҙләп ситкә таралышмаҫ. Төпкөл ауылдарҙан йәштәрҙең күпләп китеүе сер түгел, балалар етешмә­гәнлектән, мәктәптәр ҙә, дауаханалар ҙа ябылыуға дусар, хатта автобустар йөрөмәүе билдәле. Быға тиклем бөтә илде туйҙырған ауылдарҙың хәле мөшкөл. Элек колхоз, совхоздар ғәмәлдә булғанда, транспорты ла, эшсеһе лә, матди байлығы ла етерлек ине. Хәҙер көн бары ауыл Советына ҡалғанлыҡтан, биләмәне тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү, ололарға ярҙам итеү, ойоштороу эштәре ҡатмарлашты. Күреп торабыҙ бит: мәктәптәр, клубтар, медицина учреждениелары ауыр хәлдә, күптәренә ремонт талап ителә. Улай барһа, йәштәр ауылда бөтөнләй ҡалмаясаҡ. Ҙур ҡалаға, Себергә киткәндәрҙең тыуған төбәгенә кире ҡайтырына ышаныс юҡ. Күрше Силәбе, Магнитогорск, Ырымбур ҡалаларына ла юлланалар, ассимиляция көсәйә. Бер һүҙ менән әйткәндә, йөрәкте әрнеткән, тетрәндергән мәсьәлә был.
— Әйткәндәй, IV Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы ҡасан уҙасаҡ?
— Быйыл көҙгә планлаштырабыҙ. Әлбиттә, ҡоролтай — ул халҡыбыҙ өсөн бик мөһим сара. Унда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуға һәр кем – өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә – үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Ҡоролтай ул — барлыҡ халыҡ ойошмаһы. Бер төптән егелеп эшләйбеҙ икән, республикабыҙ үҫәсәк, нығынасаҡ.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
әңгәмәләште.


Вернуться назад