Социаль өлкәлә хәл нисек?05.06.2015
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ата-әсәһе иҫән-һау булып та, уларҙың ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар күп. Уларҙы “социаль етем” тип йөрөтәләр. Йөрәкте иң әрнеткәне шул: ошо һүҙҙәрҙең әйтелешенә лә тыныс ҡараусылар артҡандан-арта.

Дөйөм алғанда, етемдәргә ниндәй гарантиялар ҡаралған? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында 3 июндә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Љоролтайҙың Ћаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында һөйләшеү булды. Республиканың мәғариф министры Єлфис Ѓаязов 1998 йылдың 27 ноябрендә ҡабул ителгән “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙамдың өҫтәмә гарантиялары тураһында”ғы республика Законының үтәлеше тураһында сығыш яһаны.
“Башҡортостан Республикаһында балаға айлыҡ пособие тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проектына ярашлы, аҙ килемле граждандарға бала пособиеһын биреүҙә үҙгә­рештәр индереү тәҡдим ителә. Уға ярашлы, социаль йәһәттән айырыуса яҡлауға мохтаж категория граждандарынан тыш, баланың ғаиләһендәге хеҙмәткә яраҡлы һәм пособиены юллағанда килемдәре иҫәпкә алынған ир-егеттәр (16 – 60 йәштәгеләр) һәм ҡатын-ҡыҙҙар (16 – 55 йәш­тә­геләр) эшләргә йәки белем биреү ойошмаһында уҡырға тейеш. Был хаҡта республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова хәбәр итте.
Бынан тыш, “Ћуғыш, хеҙмәт һәм Љораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы һәм башҡа закон проекттары ҡаралды.




Вернуться назад