Инвестор уңайлы ерҙе һайлай05.06.2015
Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дания Короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Томас Винклер етәкселегендәге рәсми һәм эшлекле даирәләр делегацияһы менән осрашты. Улар сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен, ауыл хужалығы өлкәһендә үҙ-ара бәйләнеш мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Һуңғы йылдарҙа инвестиция шарттарын ярайһы уҡ яҡшырттыҡ. Дүрт йыл элек инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе буйынса Рәсәй Федерация­һындағы 20 төбәк исемлегенең аҙағында булһаҡ, әле тәүге тиҫтәгә инәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ауыл хужалығын яңыртыу буйынса ҙур эш башлағанбыҙ. Йүнселдәребеҙ Даниянан ауыл хужалығы предприятиелары өсөн ҡорамалдар, малдар һатып алды. Эш артабан да дауам итер, тип ышанабыҙ.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, ошо эштә Дания эшҡыуарҙары ла ҡатнашһын ине.
– Республикала химия кластерын ойоштороу йәһәтенән сара күрелә. Шулай уҡ фармацевтика, энергетика әүҙем үҫеш аласаҡ. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бирәбеҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
– Өфөгә сәфәрҙән яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалды. Бөгөн үткән осрашыуҙар аныҡ һөҙөмтә алыуға йүнәлтелә. Улар артабанғы эшкә һәм хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалыр тип ышанабыҙ, — тине Томас Винклер.
Әйткәндәй, Башҡортостан менән Дания араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше былтыр 84,5 миллион доллар тәшкил иткән, шуның 87 проценты (73,5 миллион доллар) — экспортҡа, 13 проценты (11 миллион доллар) импортҡа тура килә.





Вернуться назад