Бөрйәндә – “Урал батыр”05.06.2015
“Урал батыр” эпосының йәш быуынды тәрбиәләүҙә, әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләренең асылын аңлатыуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ошоно күҙ уңында тотоп, әҫәрҙе киң таратыуға ҙур иғтибар бүленә.
Мәғлүм булыуынса, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән йәш сәсәндәрҙең республика конкурсы йыл да үткәрелә. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ул ҡабаттан Бөрйән районының “Ағиҙел” лагерында ойошторола. Үткәрелеү ваҡыты – 30 июндән 2 июлгә тиклем. Программаға ярашлы, сара төшкө сәғәт 1-ҙә тантаналы асыла. Балаларҙы, конкурстан тыш, уйын-көлкө, сәйәхәттәр көтә.



Вернуться назад