Үҫенте күберәк сәселде05.06.2015
Башҡортостан урмансылары ағас үҫентеләренең орлоғон сәсеү буйынса дәүләт ҡуйған бурысты 105 процентҡа үтәне. Питомниктарҙың дөйөм майҙаны 43,3 гектар тәшкил итә.
Республикала урман ерен ҡуртымға алыусылар иһә планды 94 процентҡа үтәгән. Улар үҫенте орлоҡтарын 4,7 гектар майҙанда сәскән.
— Быйыл күберәк өлөштө ылыҫлылар тәшкил итә, — тине Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы белгесе Лилиә Собханҡолова. — “Борай урманы” учреждениеһы, шулай уҡ Йылайыр, Бәләбәй, Дүртөйлө, Бөрйән, Баймаҡ һәм Туймазы урмансылыҡтары орлоҡ сәсеү йәһәтенән планды арттырып үтәне.