Йәшәрәһең киләме?17.02.2012
Йөҙөбөҙ ҙә тәрбиәләп тороуға мохтаж. Уның өсөн әллә ни күп ваҡыт талап ителмәй, иренмәҫкә генә кәрәк. Халыҡ элек-электән ябай ғына саралар ярҙамында йөҙ-ҡиәфәтен йәш, матур килеш һаҡларға тырышҡан. Әле шуларҙың береһен һеҙгә тәҡдим итмәксебеҙ.
Иң элек битегеҙҙе боҙ киҫәге менән таҙартығыҙ. Тире ҡоро булғанда ошо ысулды ҡулланыу яҡшы: бер балғалаҡ балды аҡһыл төҫкә ингәнсе оҙаҡ ҡына бутарға кәрәк. Уға аҙ ғына һөт ҡушырға һәм барлыҡҡа килгән ҡушылманы биткә һөртөп торорға кәңәш ителә.
Майлы тире өсөн ике аш ҡалағы ҡырылған алманы туғылған йомортҡа ағы йәки бер балғалаҡ бәрәңге оно менән бутап, биткә һылау һәйбәт.
Йыйырсыҡтар булмаһын өсөн “ҡайнар компресс” ҡулланырға мөмкин. Эҫе һыуға сылатылған таҫтамалды биткә ҡаплап, 2-3 минут тоталар. Аҙаҡтан һалҡын һыу менән йыуып ҡуяһың. Даими ошолай эшләгәндә йәшәреп китеүегеҙҙе һиҙерһегеҙ.