Һынауҙың еңеле юҡ05.06.2015
Башҡортостанда математика буйынса база кимәлендәге Берҙәм дәүләт имтиханынан ике баланы ҡыуып сығарғандар. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был хәл Әбйәлил районында теркәлгән.
Балаларҙың береһе аудиторияға кеҫә телефоны алып ингән, икенсеһе калькулятор ҡулланған булған. Бынан тыш, тағы ла бер уҡыусы һаулығы насарайыу сәбәпле имтихандан ваҡытынан алда сығарылған. Дәүләт имтихан комиссияһы ҡарарына ярашлы, ул резерв көнөндә һынау тотасаҡ.
Республикала быйыл 15 меңдән ашыу кеше математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға теләк белдергән, бының өсөн 101 пункт асылған. Һөҙөмтәләр 10 июндә билдәле буласаҡ.
Кисә уҡыусылар математика буйынса профилле кимәлдә һынау тотто. Унда 18 971 кеше ҡатнашты.
8 июндә йәмғиәтте өйрәнеү һәм химия фәндәре буйынса имтихан үткәрелә. Тәүге фәнде — 12,5 меңдән ашыу, икенсеһен 4,5 меңгә яҡын уҡыусы һайлаған.