Джин-тоник һатылмай05.06.2015
Башҡортостан Хөкүмәте “Республикала этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында” закон проектын әҙерләне.

Республикала алкоголь миҡдары аҙ булған, тонус биргән эсемлектәрҙе ваҡ сауҙа селтәрендә һатыуҙы тулыһынса тыйыу күҙаллана. Бындай энергетик эсемлектәр кеше организмы өсөн бик зарарлы. Уларҙың сәләмәтлекте ҡаҡшатыуы, шулай уҡ йәштәрҙе эскелеккә йәлеп итеүе ихтимал.
3 июндә закон проекты Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында хупланды. Ул быйыл 1 сентябрҙән көсөнә инер тип күҙаллана.



Вернуться назад