“Башҡарған эшегеҙ өсөн рәхмәт!”05.06.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Комсомольская правда” гәзитенең Өфө редакцияһын 90 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы. Баҫманың тыуған көнө айҡанлы байрам кисәһе Дәүләт академия урыҫ драма театрында “комсомол йыйылышы” рәүешендә үткәйне.
— Мин “Пионерская правда”, “Комсомольская правда” һәм “Правда” кеүек өс гәзит тәрбиәләгән быуынға ҡарайым. Ошо өс баҫманың араһынан “Комсомолка” ғына сығыуын дауам итә. Ул иң алдынғы, ҡеүәтле, ижади күренештәрҙе, йәштәрҙе сағылдырған баҫма булып ҡала, — тине үҙенең сығышында Рөстәм Хәмитов.
Республика Башлығы әйтеүенсә, 1968 йылда комсомол сафына ингәс, гәзит уның өсөн айырыуса яҡын баҫмаға әүерелгән.
— “Комсомолка” — йәшлек сығанағы. Һеҙ бөгөн дә бик кәрәк. Йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итәһегеҙ. Комсомол юҡҡа сыҡһа ла, “Комсомольская правда” йәшәй. Байрам менән һеҙҙе! Башҡарған эшегеҙ өсөн рәхмәт! — тине Рөстәм Хәмитов гәзит редакцияһы коллективына.